Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы “Экотолк” тип исемләнгән халыҡ-ара диктант үткәреүҙең офлайн-майҙансығына әүерелде. Был сара “Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) уҙғарылды. Ул үҙенә 400-ләп ҡатнашыусыны йыйҙы, тип хәбәр итә республиканың Экология министрлығы. Был акцияла министрлыҡ һәм ведомство аҫтындағы учреждениеларҙың, Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, вуз һәм колледждар студенттары, профессионал экологтар, ирекмәндәр һәм республикабыҙҙың әүҙем кешеләре ҡатнашты. “Экотолк” – ул күләмле сара, экология мәҙәниәтен формалаштырыуға, экология грамоталылығын күтәреүгә, халыҡты тәбиғәтте һаҡлау эштәренә йүнәлтелгән. -“Экотолк” экология диктанты алтынсы тапҡыр уҙғарыла һәм Рәсәй халҡын ғына түгел, башҡа илдәрҙән ҡатнашыусыларҙы ла берләштерә. Былтыр акцияла 144 дәүләттән ҡатнаштылар. Быйыл диктант “Планета – беҙҙең дөйөм йорт” девизы аҫтында үтә һәм Ер шары һәм йыһандың экосистема мәсьәләләренә а