Архангел – Красноусол юлының биш километрын ремонлайҙар. Эштәр Ғафури районының Еҙемҡаран эргәһендә бара. Юлды ипкә килтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни“) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлыы бара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Подряд ойошмаһы асфальт-бетон япмаһын яңыртыуҙы, юл ситтәрен нығытыуҙы һәм һыҙыҡтарҙы һыҙыуҙы планлаштырған. - Архангел – Красноусол юлы 50 мең тирәһе кеше йәшәүсе Архангел һәм Ғафури райондары араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Бынан тыш, ул – туристик йүнәлеш тә. Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар был юл буйынса Еҙемдең матур урындарына һәм ял итеү урынына барып етә, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Сығанаҡ: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.