Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ауыл халҡы шат

Яңы ФАП-та халыҡ сифатлы медицина ярҙамын алһын һәм хеҙмәткәрҙәр уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Фельдшер кабинеты, процедура, ҡаралыу, дарыу һаҡлау бүлмәләре - барыһы ла матур һәм яҡты. Оло йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған. - Бында Басиновка ауылы халҡы, йәмғеһе 135 кеше, шул иҫәптән 17 бала хеҙмәтләндереләсәк. Пациенттарым хәҙер яңы заманса бинала диспансеризация, вакцинация үтәсәк, медицина ярҙамын аласаҡ – быға бик шатмын, - ти фельдшер Гөлшат Ғәлина. “Оҙон һәм әүҙем тормош” (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү планы ҡуйылған. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла. Милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, реабилитация системаһы камиллаштырыла, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һанлаштырыу эше алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Пу

Яңы ФАП-та халыҡ сифатлы медицина ярҙамын алһын һәм хеҙмәткәрҙәр уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Фельдшер кабинеты, процедура, ҡаралыу, дарыу һаҡлау бүлмәләре - барыһы ла матур һәм яҡты. Оло йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған. - Бында Басиновка ауылы халҡы, йәмғеһе 135 кеше, шул иҫәптән 17 бала хеҙмәтләндереләсәк. Пациенттарым хәҙер яңы заманса бинала диспансеризация, вакцинация үтәсәк, медицина ярҙамын аласаҡ – быға бик шатмын, - ти фельдшер Гөлшат Ғәлина. “Оҙон һәм әүҙем тормош” (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү планы ҡуйылған. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла. Милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, реабилитация системаһы камиллаштырыла, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һанлаштырыу эше алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашарыла. Фото: Архангел район үҙәк дауаханаһы сайты.