Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

30 бала әсәһе ҡурҡыныс аварияға эләккән

Һарытау өлкәһендә Благовещендан 30 бала әсәһе МХО яугирҙәренә гуманитар ярҙам алып барғанда аварияға эләгә. Был хаҡта Mash Batash тelegram-каналы хәбәр итә. Ирина Вервельская араларында улы ла булған яугирҙәр өсөн әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек менән тулы “ГАЗель” менән аварияға эләккән. Юл-транспорт ваҡиғаһы Һарытау өлкәһендә була, төп бәрелеш Иринаға тура килә. Ул кабинала ҡыҫылып ҡала, уны ҡотҡарыусылар сығарған. Автомобиле лә ныҡлы зыян күргән. Ҡатын әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ул аяғы онталған килеш дауаханала ята. Табиптар Иринаны операцияға һәм Өфөгә оҙатыуға әҙерләй. Был ваҡиғанан һуң урындағы ирекмәндәр уның әйберҙәрҙен һәм аҙыҡ-түлекте МХО яугирҙәренә алып китә. Ирина, ысынлап та, 30 балаға әсәй. Уларҙың өсәүһе үҙенеке, икәүһе уллыҡҡа һәм 25-е тәрбиәгә алынған. Балаларҙың күбеһе инде үҫеп еткән һәм ғаиләләре бар.