“Ҡалдыҡтарҙы икенсел файҙаланыу буйынса иң яҡшы проект” номинацияһында III бөтә Рәсәй балалар экология форумында Башҡортостандан йәш экологтар командаһы еңеүсе булды. Сара “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында уҙҙы, тип хәбәр иттеләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Башҡортостан командаһына иң әүҙем ун уҡыусы — төбәк һәм бөтә Рәсәй экологик конкурстары еңеүселәре инде. Форумда улар балалар өсөн VR-эшләнмә тәҡдим итте, ул виртуаль уйын форматында ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ сортларға өйрәтә һәм уларҙы эшкәртеү һәм артабан ҡулланыу процесын асыҡ күрһәтә. Был алым экологик грамоталылыҡты өйрәтеүҙе көндәлек тормош өсөн практик күнекмәләр биргән мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле процесҡа әйләндерә. "Был проект – заманса технологияларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшенә нисек хеҙмәт итә алыуына сағыу миҫал. Балалар теория буйынса белем генә алмай, ә сүп-сарҙың тормош циклын һәм төбәктең таҙалығына үҙ өлөшөн күрә. Бындай башланғыстар ҙур практик әһәмиәткә эйә. Беҙ командабыҙ һәм уларҙың остаздары менән ғорурланабыҙ. Был еңеү — шәхси ҡаҙаныш ҡына түгел, ә йәштәрҙе экологик яҡтан аңлы итеүгә тос өлөш индерә”, – тип билдәләне тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.