Кем еңеүсе булыр? “Һаҡмар” гәзите һәм Ҡоролтай шәп конкурс иғлан итә “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ауыл биләмәләре, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, хеҙмәт коллективтары араһында “Бөтә коллектив менән - “Һаҡмар”ға!” конкурсы иғлан итә. Ауыл биләмәләре араһында район баҫмаһын пропагандалау һәм яҙҙыртыу буйынса “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы йылына ике тапҡыр ойошторола һәм бында иң яҡшы хакимиәт башлыҡтары бүләкләнә. Юғары һөҙөмтәгә ирешкәндәргә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының аҡсалата премиялары һәм дипломдары тапшырыласаҡ. Әлеге миҙгелдән “Бөтә коллектив менән - “Һаҡмар”ға!” конкурсы ойошторола. Унда бөтөн коллектив менән район баҫмаһына яҙылған мәктәптәр, балалар баҡсалары, башҡа учреждение һәм ойошмалар ҡатнаша ала. Конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 3 коллектив билдәләнеп, уларға ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар биреләсәк. “Һаҡмар” гәзитен пропагандалау һәм яҙҙырыу буйынса иң һөҙөмтәле эшләгән, был тәңгәлдә йөкмәткеле с