Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уҡыусыларға уникаль оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә

Өфөнөң Вуз-ара кампусының Креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. “Дома России. История страны. Мастер-класс!” проекты оҫталыҡ дәресендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусылар өсөн 3D-моделирование, тарих һәм архитектура буйынса уникаль белем биреү марафонын Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Приоритет 2030” программаһында ҡатнашыусы - ӨДНТУ-ның “Архитектура” кафедраһы Урбанистика һәм креатив индустриялар лабораторияһы үткәрә. Һәр оҫталыҡ дәресендә уҡыусыларға Өфөнөң ун тарихи ҡомартҡыһының береһенең мауыҡтырғыс тарихын тыңларға һәм уның 3D-принтерҙа баҫылған теүәл күсермәһен үҙ ҡулдары менән буярға тәҡдим ителә. Параллель рәүештә улар архитектура, 3d-моделирование, принтерҙа 3D-печать тураһында тыңлай һәм нисек эшләгәнен күрә. Был юлы оҫталыҡ дәресенең темаһы - Цюрупа урамы, 38 адресы буйынса урынлашҡан йорт, ул элек 1-се гильдия сауҙ

Өфөнөң Вуз-ара кампусының Креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. “Дома России. История страны. Мастер-класс!” проекты оҫталыҡ дәресендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусылар өсөн 3D-моделирование, тарих һәм архитектура буйынса уникаль белем биреү марафонын Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Приоритет 2030” программаһында ҡатнашыусы - ӨДНТУ-ның “Архитектура” кафедраһы Урбанистика һәм креатив индустриялар лабораторияһы үткәрә. Һәр оҫталыҡ дәресендә уҡыусыларға Өфөнөң ун тарихи ҡомартҡыһының береһенең мауыҡтырғыс тарихын тыңларға һәм уның 3D-принтерҙа баҫылған теүәл күсермәһен үҙ ҡулдары менән буярға тәҡдим ителә. Параллель рәүештә улар архитектура, 3d-моделирование, принтерҙа 3D-печать тураһында тыңлай һәм нисек эшләгәнен күрә. Был юлы оҫталыҡ дәресенең темаһы - Цюрупа урамы, 38 адресы буйынса урынлашҡан йорт, ул элек 1-се гильдия сауҙагәре Родион Петрович Платоновтыҡы булған. Хәҙер унда БР Юстиция министрлығы урынлашҡан. Йорт 1904 йылдан 1909 йылға тиклем ике этапта төҙөлгән: башта манаралы мөйөш өлөшө (европа замогындағы кеүек), һуңыраҡ комплексҡа ике ҡабырға яҡтары өҫтәлә. Балаларға бинаның архитектура үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр (модерн элементтары менән эклектик стиль, өҫтөнлөклө мөйөш башнялары менән асимметрик композиция, фигуралы кирбес). Йортта Платонов үҙе, уның улының ғаиләһе йәшәгән, шулай уҡ колониаль тауарҙар магазины һәм кондитер производствоһы урынлашҡан була. Башҡа оҫталыҡ дәрестәре темалары ла ҡыҙыҡлы - Хасабовтың особнягы, Демидовтар йорто, Густав Нагелдең килем йорто, Сахаровтың килем йорто, Видинеев йорто, Стахеевтар усадьбаһы, Давыдов усадьбаһы, Әхтәмовтың йәшел усадьбаһы... -Архитектура менән бәйле оҫталыҡ дәресендә тәүге тәжрибәм бик ҡыҙыҡлы. Мин йорттарҙы проектлауҙың нимәнән башланғанлығын белдем, тарих менән ҡыҙыҡһындым. Һөнәрҙәр тураһында ентеклерәк һәм күберәк белергә теләйем, мәҫәлән, бөгөнгө кеүек, архитектор, төҙөүсе һөнәре тураһында, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты гимназияның унынсы класс уҡыусыһы Әлмир Әбүбәкеров. Проекттың тағы бер мөһим бурысы - техник һөнәрҙәрҙе алға ебәреү. Ул йәштәргә заманса 3D-моделирование ысулдарын күрергә, 3D-принтерҙарҙы ғәҙәти мөхиттә ҡулланырға, һанлы һәм физик моделдәрҙе булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Был яңы ҡыҙыҡһыныуҙарҙы үҫтереүгә, иртә һөнәри йүнәлеш алыуға, фәнни-техник ижадҡа йәлеп итеүгә ярҙам итә. Проектта Өфөнөң ун мәктәбе, лицейы һәм гимназияһы ҡатнаша, 10-17 йәшлек 600 уҡыусыға ун оҫталыҡ дәресе үткәреләсәк. Шулай уҡ проект сиктәрендә мәктәптәрҙә тарихи биналарҙың әҙер моделдәрен экспозициялау планлаштырылған. "Һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы технологияларҙы үҫтереү үҙәге" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының проект командаһы 3D-моделдәр әҙерләүгә республика Башлығы гранттары фондынан һәм белем биреү сараларын үткәреүгә Бөтә Рәсәй "Тәүгеләр хәрәкәте" балалар һәм йәштәр хәрәкәтенән ярҙам алды. Республиканың мәҙәни мираҫы ҡомартҡыларының 12 һанлы моделе эшләнгән, алты меңдән ашыу уҡыусы Өфө мәктәптәрендә күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан, Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студенттар кампусы майҙансығында экспозицияны өс меңдән ашыу кеше ҡараған. Проектты “Һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы технологияларҙы үҫтереү үҙәге” тормошҡа ашыра. Белешмә Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://campusufa.ru/news/1536