Мәҙинә – өс балалы, йәш матур ҡатын. Күптәнге танышым ул минең. Һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә. Зарланыу, мыжыу һүҙҙәрен унан ишетмәҫһең дә. Бөтә күңелен һалып балалар тәрбиәләй, ғаилә мәшәҡәттәренә батҡан. Бер туғандары булмағанғамы икән, мине ул апаһы һымаҡ күрә. Йыш ҡына кәңәш һорай. Һуңғы тапҡыр осрашҡанда кәйефе юҡлығын һиҙҙем. Мине тәмле аштар бешереп көтөп торған. Һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип. Уҡытыусы булып эшләргә лә, өйөн, балаларын тәрбиәләргә лә өлгөргән ҡатынға һоҡланып ҡараным. Ләкин һүҙ араһында уның иренең бик һаран, һәр тинен иҫәпләп тороуы тураһында белеп ғәжәпләндем. Мәҙинә бер кемгә лә һөйләмәй, бер кемгә лә белдермәй оҙаҡ ваҡыт түҙгән, шуға күңеленә йыйылған да йыйылған. -Ғаилә хәлдәрен ситкә һөйләп йөрөргә яратмайым. Ләкин түҙерлегем ҡалманы. Өйлнешеп күпмелер йәшәгәс, иремдең бер сәйер ғәҙәте барлыҡҡа килде. Миңә нимәлер алырға тип аҡса бирһә, шуның чегын алып ҡайтыуҙы һорай. Декрет ялында оҙаҡ ултырғас, уның аҡсаһына ғына йәшәнек. Шуға уны тыңламай сарам юҡ ине. Нимә генә м