Илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә уҡыған Башҡортостан студенттарын беренсе курсҡа бағышлау буйынса традицион “БашПерваш 2025” тантанаһы уҙғарылды. Сараны Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ойошторҙо. Тантанала тәбрикләү һүҙҙәре менән Тулы хоҡуҡлы вәкил Ринат Фәйзуллин, Ассоциацияның башҡарма директоры Айһылыу Ишбаева, Мәскәү ҡалаһының Йәмәғәт менән бәйләнеш һәм йәштәр сәйәсәте комитетының “Мәскәү йәштәре” проекты етәксеһе Павел Голубев сығыш яһаны. Програмамға ярашлы, концерт номерҙары күрһәтелде, шул иҫәптән – Мәскәүҙең “Алтын ай” башҡорт бейеү ансамбле сығыштары. Диана Ҡыуандыҡова фотоһы.