Октябрьский ҡалаһынан Рауил – “Ровек”ҡа 37 йәш. Махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса килгән, әммә күпмелер хеҙмәт иткәндән һуң контракт төҙөргә ҡарар иткән. МХО-ға тиклем ҡалалағы заводта эшләгән. Ул – ике бала атаһы, улына – 15, ҡыҙына – 13 йәш. Бөгөн инде “Ровек” мотоуҡсылар взводы командиры урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара. – Беренсе оборона линияһын тотабыҙ, шуға күрә һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә булырға тейешбеҙ. Тәүлек әйләнәһенә хәрби дежурлыҡ ойошторолған. Беҙҙең шарттарҙа илке-һалҡылыҡ бөтөнләй ярамай, һәр кем үҙенә ҡушылған эштең, бурыстың мөһимлеген аңлай. Күберәк пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында разведка эшен алып барабыҙ. Дошман дрондары ла ныҡ күп оса. Уларҙы ваҡытында күреп, юҡ итеү ҙә төп бурыстарҙан һанала. Һуңғы ваҡытта тыныс халыҡ йәшәгән урындарға, айырыуса граждандарҙың транспорттарына һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы. Үҙҙәренсә ғауға, паника ойошторорға теләйҙәр, күрәһең. Әммә беҙ быға юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ. Урындағы халыҡ та беҙгә ышана, – тип һөй