"Донъяның ҡояшлы яғында йәшәйек!" тигән Мостай һүҙе менән аҙнаны башлайыҡ. 💚 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл. Әҙип донъяны ҡояшлы һәм ҡояшһыҙ яҡҡа бүлеп ҡараған. Ҡояшлы яғында шиғриәтте, әҙәбиәтте, моңдо, матурлыҡты яратҡан изге күңелле кешеләр йәшәй. Ә ҡараңғы яғында – туң йөрәктәр, битарафтар... Беҙ донъяның ҡояшлы яғында йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ.
"Донъяның ҡояшлы яғында йәшәйек!" тигән Мостай һүҙе менән аҙнаны башлайыҡ
20 октября 202520 окт 2025
~1 мин