Найти в Дзене

Мәктәптә балалар 12 йыл уҡый башлай...

Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы секретары урынбаҫары Владислав Гриб мәктәпкә баланы алты йәштән ҡабул итергә һәм артабан 12 йыл уҡытырға кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Илдең Мәғариф министрлығы әле был тәҡдимде өйрәнә. “Һәр яңы башланғыс ентекле тикшереү һәм экспертиза үтергә, һөнәри йәмғиәттең, ата-әсәләр һәм уҡыусыларҙың фекерҙәре иҫәпкә алынырға тейеш”, – тиелә Рәсәй Мәғариф министрлығының матбуғат өсөн белдереүендә. Владислав Гриб фекеренсә, 12 йыллыҡ белем мәктәп программаһының ҡатмарланыуы сәбәпле талап ителә. “Ҡайһы бер илдәрҙә яһалма интеллект башланғыс мәктәптә тиерлек өйрәнелә башлай, ә беҙ 11 йәштә башлаһаҡ, был һуң була”, ти ул. Ә күптән түгел Рәсәй Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин уҡыусыға өйҙә эшләү өсөн задание биреүҙе туҡтатырға тәҡдим иткәйне, сөнки, уның әйтеүенсә, мәктәп уҡыусылары өсөн был көсөргәнешлекте арттыра. Шунан һуң Мәғариф министрлығы төрлө кластар уҡыусыларына йорт эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйен ваҡытты билдәләне. А. Нурмөхәмәтов фотоһы.