Белорет районында Ырымбурҙан килгән туристар юғалған Ике оло кеше һәм 15 йәшлек үҫмер Ирәкташҡа киткән дә турбазаға әйләнеп ҡайтмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, был маршрутҡа теркәлмәйенсә 10 кеше сыҡҡан. Шуларҙан етәүһе кире әйләнеп килгән дә өйҙәренә таралышҡан . Турбаза хужаһы әйтеүенсә, уларҙы ҡарауылсы ҡаршыларға тейеш булған. Бында мобиль бәйләнеш юҡ, шуға ғаиләнең ҡайҙа ниндәй хәлдә булыуы билдәһеҙ ҡалған. Уларҙы эҙләүгә шул тарафҡа ҡотҡарыусылар юлланған. Тирләндән улар квадроцикда турбазаға килгән. Бәхеткә, был мәлдә юғалған ғаилә ҡарауылсы өйөндә ултырған һәм үҙаллы ҡайта алмаған. Уларҙы квадроциклдарҙа Тирләнгә килтергәндәр. Медицина ярҙамы талап ителмәгән. Барыһы ла яҡшы тамамланған. Фото:пресс-служба госкомитета РБ по ЧС.
Белорет районында Ырымбурҙан килгән туристар юғалған
19 октября 202519 окт 2025
~1 мин