6 октябрҙән 18 октябргә тиклем 1-4 кластар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Был көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөнә арнап һәм туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү маҡсатында төрлө саралар уҙғарылды. Традицион саралар менән бер рәттән яңылары ла уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр көн фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булды, балалар күңелендә бай хәтирәләр ҡалдырырлыҡ итеп уҙҙы.
12 сентябрь Милли кейемдәр көнө уҙғарылды. Һәр класта класс сәғәттәре үтте.
8 октябрь көнө 3 класс уҡыусылары Хазина фольклор төркөмө етәксеһе Кудрявая Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙы менән осрашты.Ул уҡыусыларға башҡорт милли музыка ҡоралдары тураһында һөйләне. Балаларға был осрашыу бик оҡшаны.
1-2 кластар араһында үткәрелгән Башҡортостан минең ғәзиз тыуған яғым һүрәттәр конкурсында 1а,1в,2б,2а,2в класс уҡыусылары бик актив ҡатнашты. Был конкурсты…
https://uchaly102.ru/?p=106332