Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Атайҙар көнө менән ҡотлай:
Рәсәй Президенты указы менән һәр йыл октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Атайҙар көнө билдәләнә.
Ир-егеткә ил терәге булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Улар шулай уҡ ғаиләнең дә нигеҙе һәм яҡлаусыһы. Балаларына, яҡындарына өлгө булыу ҙа – һәр ғаилә башлығының бурысы.
Бөгөнгө байрам тап шундай атайҙарға, балаларын яратҡан һәм улар хаҡында хәстәрлек күргән, улар өсөн үрнәк булып торған, ғаиләһе, Тыуған иле өсөн яуаплылыҡ тойған ысын ир- егеттәргә бағышланған.
Хөрмәтле атайҙар! Барығыҙга ла ныҡлы һаулыҡ, Ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар, ил тыныслығы теләйем. Байрам менән!