Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аталы-уллы хирургтарға уңыштар теләйбеҙ

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында аталы-уллы Илдар һәм Марсель Байтуллиндар иңгә-иң терәп эшләй, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите. Улар пациентҡа бергәләп диагноз ҡуя, сирҙәрҙе, шештәрҙе һәм имгәнгән ағзаларҙы дауалай, ашығыс әмәлиәттәрҙе башҡара. Хирургия бүлексәһе мөдире Илдар Байтуллин Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында утыҙ йыл эшләй, хәләл ефете менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдарының икеһе лә атаһының һөнәрен һайлаған. Оло улдары Денис Байтуллин әле күрше Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында баш табип булып эшләй. Ә Марсель Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған, Өфөләге 21-се дауаханала хирургия буйынса ординатура үтә. – Беҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы башланды, хирургтар етешмәй, шуға күрә ул беҙгә ярҙам итергә килде. Травматолог Илдар Мәмлиев менән пациенттың янбашына ҡатмарлы операция яһанылар. Шулай уҡ ул ауырыуҙарҙы ҡарауҙа, документтар тултырыуҙа ҡатнаша. Мин тәжрибәле табип һәм атай булараҡ, уға һәр эштә ярҙам итәм, – ти Илда

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында аталы-уллы Илдар һәм Марсель Байтуллиндар иңгә-иң терәп эшләй, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите. Улар пациентҡа бергәләп диагноз ҡуя, сирҙәрҙе, шештәрҙе һәм имгәнгән ағзаларҙы дауалай, ашығыс әмәлиәттәрҙе башҡара. Хирургия бүлексәһе мөдире Илдар Байтуллин Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында утыҙ йыл эшләй, хәләл ефете менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдарының икеһе лә атаһының һөнәрен һайлаған. Оло улдары Денис Байтуллин әле күрше Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында баш табип булып эшләй. Ә Марсель Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған, Өфөләге 21-се дауаханала хирургия буйынса ординатура үтә. – Беҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы башланды, хирургтар етешмәй, шуға күрә ул беҙгә ярҙам итергә килде. Травматолог Илдар Мәмлиев менән пациенттың янбашына ҡатмарлы операция яһанылар. Шулай уҡ ул ауырыуҙарҙы ҡарауҙа, документтар тултырыуҙа ҡатнаша. Мин тәжрибәле табип һәм атай булараҡ, уға һәр эштә ярҙам итәм, – ти Илдар Байтуллин. Аталы-уллы хирургтарға һайлап алған мөһим һөнәрҙәрендә уңыштар теләйбеҙ. Фото: ”Салауат ерендә” гәзите сайты.