20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тула. Өфөлә ошо иҫтәлекле дата айҡанлы, тантаналы саралар үтәсәк. Спектаклдәр премьераһы, фильмдар күрһәтеү, әҙәби-ижади конкурстар һәм, әлбиттә, 20 октябрҙә Мостай Кәрим һәйкәле янында буласаҡ осрашыу – унда ҡунаҡтарҙы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары театрлаштырылған музыкаль-шиғри композиция менән ҡаршы аласаҡ. Һеҙҙе саралар исемлеге менән ҡыҫҡаса таныштырабыҙ: 18 октябрь 18: 00 – Өфөнөң «Нур» татар театры сәхнәһендә Мостай Кәрим пьесаһы буйынса «Йәйәүле Мәхмүт» спектакленең премьераһы. 12 -19 октябрь I халыҡ-ара “Ҡолонсаҡ” балалар һәм йәштәр өсөн спектаклдәр фестивале. Жюри, тәнҡитселәр менән осрашыуҙар, семинарҙар, спектаклдәр ҡарау. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. 20 октябрь 12: 00 – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим бюсына сәскәләр һалыу. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының һәм уҡытыусыларының Мост