МХО-ла һәләк булған батыр райондашыбыҙ, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Рифат Хөсәйенов иҫтәлегенә "Йырланмаған йырҙар ҡалды" йыр конкурсы үтте. Һайлап алыу турынан үткән конкурсанттар Гала-концертта сығыш яһаны. Баһалама ағзаһы итеп йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев саҡырылғайны. Яугир иҫтәлегенә үткән конкурстың Гран-приһын Байназарҙан Гөлсинә Ҡарағолова яуланы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Рифат Шәрифулла улының әсәһе Миңнур Хәмит ҡыҙы һәм уның балалары әҙерләгән бүләктәр, дипломдар тапшырылды. Конкурста башлыса Рифат яратып йырлаған йырҙар башҡарылды. Фотолар һәм видеолар👈 😄Таң гәзите
МХО-ла һәләк булған батыр райондашыбыҙ, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Рифат Хөсәйенов иҫтәлегенә "Йырланмаған йырҙар ҡалды" йыр конкурсы үтте
18 октября 202518 окт 2025
1
~1 мин