MAX ватан платформаһы үҙ ҡулланыусыларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөмкинлектәрен үҫтерә Күптән түгел мессенджерҙа ике факторлы аутентификацияны көйләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ике факторлы аутентификация ҡулланыусының шәхесен раҫлау ярҙамында үҙенең аккаунтын һаҡларға мөмкинлек бирә. Авторизация ваҡытында беренсе тикшереү ғәҙәттә пароль, өҫтәмә рәүештә - SMS -тан код йәки биометрия, йә киреһенсә була. Өҫтәмә һаҡланыуҙы урынлаштырыу еңел. Бының өсөн “Профиль” → “Приватность” бүлегендә “Двухфакторная аутентификация” пунктын һайларға. Артабан ышаныслы пароль ҡуйырға һәм электрон почтаның резерв адресын күрһәтергә. Быны көйләгәндән һуң, яңы ҡоролмала мессенджерҙа авторизация үткәрелгәндә, система өҫтәмә пароль һораясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә MAX матбуғат хеҙмәте һанлы платформала 45 миллиондан ашыу ҡулланыусы теркәлгән тип хәбәр итте. Мессенджерҙың бер тәүлектәге күләме 18,2 миллион кеше тәшкил итә. Фото: Скриншот видео max.ru/maxbot.
MAX ҡулланыусыларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөмкинлектәрен үҫтерә
17 октября 202517 окт 2025
~1 мин