Башҡортостан эшҡыуары «Минең бизнесым» үҙәге ярҙамында программалау мәктәптәре селтәрен киңәйтте. Стәрлетамаҡтан социаль эшҡыуар Оксана Желтоухова ҡалала IT-мәктәптәр селтәрен уңышлы үҫтерә. Бизнесты масштаблауҙа төп ролде дәүләт ярҙамы уйнаны. «Минең бизнесым» үҙәгенең урындағы филиалы белгестәре эшҡыуарға социаль предприятиелар реестрына индереү өсөн документтар пакетын йыйырға ярҙам итте, был артабанғы үҫеш өсөн мөһим аҙым булды. Был сара «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. - Социаль әһәмиәтле проекттарҙы үҫтереү республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Социаль эшҡыуар статусын формалаштырыуҙа ваҡытында ярҙам төбәктә белем биреү сифатын күтәреү һәм үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асыуға булышлыҡ итә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Оксана Желтоухова күп йылдар заводта йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйын
Башҡортостан эшҡыуары программалау мәктәптәре селтәрен киңәйткән.
18 октября 202518 окт 2025
1 мин