Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Атаһы тәҙрәнән бәргән ҡыҙҙы Мәскәүгә килтергәндәр...

Атаһы тәҙрәнән атып бәргән ҡыҙҙы Мәскәүгә килтергәндәр Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры хәбәр итә. Ауыр хәлдәге баланы дауаханаға килтергәс, табиптар ашығыс операция яһай, шулай уҡ федераль үҙәк менән туғыҙ телемедицина консультацияһы ала. “Беҙ уның ғүмерен һаҡлап ҡалдыҡ, хәлен тотороҡландырҙыҡ, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек. Хәҙер уға дүртенсе кимәлдәге медицина ярҙамы талап ителә”, тип хәбәр итә министр. Был ҡурҡыныс хәл 9 октябрҙә Өфөнөң Ульяновтар урамында булғайны. Тикшереү күрһәтеүенсә, уны атаһы, 34 йәшлек ир, тәҙрәнән атып бәргән. Ул психдиспансерҙа иҫәптә торған, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ни ҡылғанын аңламаҫ хәлдә булған. Уны ҡалға алғандар һәм СИЗО-ға ултыртҡандар. Фото: видеонан скриншот.