Яугир атаһы👏🏻 Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Әхәт Ибраһим улы Әсмәндийәров, Рәсәйҙә билдәләнгән Атайҙар көнө алдынан, «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы менән бүләкләнде. Өс ул үҫтергән, бар ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған уҙаман бары маҡтауға лайыҡ.