Өфөлә яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы Яныбай Хамматов урамы барлыҡҡа килде. Эксперт комиссияһы ҡала хакимиәте менән берлектә йөҙҙән ашыу исем буйынса ҡарар ҡабул иткән. Улар араһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй геройы Илдар Суфияров һәм биш Советтар Союзы геройы исемдәре бар. Шулай уҡ дирижер Ғәйнетдин Моталов һәм композитор Сергей Миролюбов исемдәре мәңгеләштерелә. Быйыл Өфөлә өйгә ҡайтыу аллеяһы, Еңеүҙең 80 йыллығы урамы, Варвара Струговец скверы барлыҡҡа килде.
Өфөлә яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы Яныбай Хамматов урамы барлыҡҡа килде
17 октября 202517 окт 2025
~1 мин