Баш ҡала хакимиәтендә хеҙмәткәрҙәрҙең ситтән тороп эшләүен ҡулланырға булдылар. Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, был ҡарар сығымдарҙы кәметеү һәм идара итеүҙең йоғонтоһон арттырыу маҡсатын ҡуя. Ҡала етәксеһе ҡатмарлы финанс осорона әҙер булырға кәрәклеген билдәләне, был осраҡта самалы рәүештә экономиялау һәм өҫтәмә табыш сығанаҡтары эҙләү кәрәклеге тураһында әйтте. Мэрияның матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, ситтән тороп эшләү форматын индереү алдынан етди әҙерлек эше үткәрелгән: дистанциялы эш тураһындағы ҡағиҙәләр әҙерләнгән һәм раҫланған, алыҫтан тороп эшләй алған вазифалар исемлеге билдәләнгән һәм коллективтың ошо үҙгәрештәргә әҙерлеге тикшерелгән. “Өлөшләтә ситтән тороп эшләү бүлмәләрҙе ҡуртымға алыу сығымдарын, коммуналь хеҙмәтләндереү һәм офистарҙы тәртиптә тотоу өсөн түләүҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк, тине Ратмир Мәүлиев. Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайты.