“Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) буйынса Башҡортостанда 17 октябргә тиклем “Турникеттарһыҙ аҙна” һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтә. Был хаҡта төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. „Өфө моторҙар эшләү етештереү берекмәһе, Күмертау ТЭЦ-ы,“ “Башкирэнерго”, “Гидравлика” һәм Яңы Салауат ТЭЦ-ы кеүек ҙур компанияларҙа балалар талап ителгән һәм юғары түләүле һөнәрҙәр менән таныша. „РИВС“ ғилми-проект берекмәһендә йәки Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында ғалимдарҙың нимә менән шөғөлләнеүен үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкин. „Алмағас“ крәҫтиән-фермер хужалығында, Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында буласаҡ зоотехниктарҙы, агрономдарҙы, механизаторҙарҙы көтәләр”, — тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. Өфөнөң 121-се гимназияһы уҡыусылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында булды, Илсе ауылы уҡыусылары “Урал таштары” заводы эше менән таныш
“Турникеттарһыҙ аҙна” һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы бара
17 октября 202517 окт 2025
1 мин