Ошо көндәрҙә Өфөлә ҡот осҡос авария булды. Ҙур тиҙлектә килгән Shacman Ҡытай йөк машинаһының тормоздары эшләмәй башлай һәм ул бер юлы 12 машинаны бәрҙерә. Һөҙөмтәлә алты кеше йәрәхәттәр ала, икәү урында йән бирә. Һәләк булған кешеләрҙе ҡотҡарыусылар саҡ һөйрәп сығара һәм уларҙың кемлеге асыҡлана. Баҡһаң, авариянан иң нығы Chevrolet Lanos маркалы такси машинаһы зыян күрә. Йөк машинаһы уны алдынан бер нисә метр этеп килтерә һәм юлдан үтеп барған фураға ҡуша бәрә. Унда водитель һәм 47 йәшлек Гүзәл исемле ҡатын ултырған була. Көслө бәрелештән һуң Гүзәл машинанан сығып оса, ә водитель тимер өйөмө араһында ҡыҫылып ҡала. Уларҙың икеһенең дә был аварияла тере ҡалыуға бер генә лә мөмкинлеге булмай. Фажиғә көнөндә Гүзәл эшкә китеп барған була. Уның төҙөлөш материалдары һатҡан компанияла эшләүе билдәле. Ғәҙәттә, уны фирма водителе йөрөткән, тик ул көндө килеп сыҡмай һәм ҡатын такси саҡырта. Ул эшенә тиклем бер нисә йөҙ метр ғына барып етә алмай ҡала. Тап бер айҙан уға 48 йәш тулырға тейеш булған.