Ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалған ҡыҙ дауахананан сыҡҡан 1 октябрҙә Туймазыла “Приора” автомобиле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған 40 йәшлек Гүзәлдең 6 йәшлек ҡыҙы дауахананан сыҡҡан. Авария Комаров урамында әсә менән ҡыҙ юлды аша сыҡҡанда була. Бала иҫән ҡала, әсәһе уны кәүҙәһе менән ҡаплап өлгөрә, әммә үҙе шунда уҡ һәләк була. Бала хәҙер үкһеҙ етем ҡалған, атаһы ла бынан өс йыл элек йөрәк сиренән үлеп ҡалған. Туғандары ҡыҙҙы дауахананан сыҡҡанда үҙе теләгән ҡурсаҡ менән ҡаршы алған. Бала табипта күҙәтелеп тора, ул үҙен яҡшы тоя: ике туған ағаһы һәм һеңлеһе менән уйнай, йылмая-көлә. Әсәһенең үлеме тураһында әлегә белмәй. “Бала ундай хәбәр ишетеүгә әҙер түгел”, тип иҫәпләй туғандары һәм, барыбер һуҙырға ярамаҫ, тип уңайлы ваҡытты көтә. Авария көнөндә “Лада-Приора” рулендә 20 йәшлек студент егет, ДАИ хеҙмәткәрҙәренә һөйләүенсә, ҡатынды һәм баланы һуң ғына күреп ҡалған. Бәрҙермәҫ өсөн ҡапыл “Пятерочка” магазины яғына боролған, әммә был да фажиғәнән ҡотҡармаған... Был ваҡи