Найти в Дзене

Шишмә районында ике медпункт асылды

Шишмә районының Балағуш, Бикәй ауылдарында медпункттар асылды. Уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы сафҡа индерҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” милли проекты (национальный проект “Цифровой ФАП”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә хәҙер һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡтар. Фельдшер арауыҡта ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙы аса, электрон рецебын яҙа, телемедицина консультацияһын үткәрә ала. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 9

Шишмә районының Балағуш, Бикәй ауылдарында медпункттар асылды. Уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы сафҡа индерҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” милли проекты (национальный проект “Цифровой ФАП”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә хәҙер һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡтар. Фельдшер арауыҡта ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙы аса, электрон рецебын яҙа, телемедицина консультацияһын үткәрә ала. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.