Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәсеттә ҡышын өшөмәйәсәктәр

"Мәсет – Аллаһ йорто. Уны ҡарап, тәрбиәләп тотҡандарға Раббыбыҙ сауаптарын насип итһен. Кейекбай ауылында мәсеттә ҙур өмә ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың ир-егеттәре утынды төшкә тиклем ярып-өйөп тә ҡуйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был эштән ситтә ҡалманы - утын өйөштөләр һәм тәмле сәй табыны әҙерләнеләр. Мәсеткә утын килтергән Әҡсән Хәлитов менән Вилдан Әҡсән улына һәм өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ауыл халҡына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, ике донъяның рәхәте насип булһын! - ти имам-хатиб Фәнил Фәхретдин улы Мырҙағолов", - тиелгән Кейекбай ауыл биләмәһе төркөмөндә. Афарин, кейекбайҙар! Сығанаҡ: Кейекбай ауыл биләмәһе төркөмөнән.