Бәләбәй районының Баймырҙа ауылында йәшәгән күп бала әсәһе Алена үҙенең бик бәхетле булыуын йәшермәй. “Мин бер ваҡытта ла ҙур ғаилә тураһында хыялланманым. Яратҡан кешем менән тормош ҡороп, тыныс ҡына ял итеп, ғаилә байрамдары ойоштороп, рәхәтләнеп йәшәп ятырбыҙ кеүек ине. Тик яҙмыштың үҙ планы булған...” - тип йылмая әсә. Әсә булыу бәхетен бер ни менән сағыштырырлыҡ түгел, ти ул. Йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, яуаплылыҡ, ал-ялһыҙ хеҙмәт менән үткән йылдар һиҙелмәй үтә лә китә. Өфөлә тыуып үҫкән ҡыҙ 2-се ҡала һөнәрселек училищеһында токарлыҡҡа уҡый. “Ни өсөн ир-ат һөнәрен һайланың, тип аптырайһығыҙҙыр. Тегенселәр төркөмө тулы булғас, тоттом да ҡайҙа урын бар, шунда уҡырға йүнәлдем”, – ти ҡырҡ йәшлек ҡатын. Ҡыҙ Бүздәк районында йәшәгән өләсәһенә ҡунаҡҡа барғанда йәш фельдшер Марсель Зыязетдинов менән таныша. Йәштәр 2003 йылда өйләнешә, бер йылдан улдары Алмас донъяға килә. Бер-бер артлы тыуған Аделина, Марат, Элина йортто йәмгә, күңелле бала тауыштарына күмә. Ғаилә бер ни тиклем Баҡал
“Кем уйлаған, был хәтле балаға ата-әсә булырбыҙ, тип...”
16 октября 202516 окт 2025
2 мин