Быйылғы туғыҙ айҙа Башҡортостанда 141 мең сит ил гражданы һәм гражданлығы булмаған кешеләр миграция иҫәбенә ҡуйылған. Был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 18 мең кешегә, йәғни 14,6 процентҡа күберәк. Ошо хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров миграция сәйәсәтен камиллаштырыуға арналған ултырышта белдерҙе. Былтыр Башҡортостанға рәсми рәүештә 160 мең сит ил кешеһе килеүе теркәлгән. Уларҙың күпселеге – 62 проценты – аҡса эшләү маҡсаты менән килгән. “Бөгөн Башҡортостандың хеҙмәт баҙары, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, кадрҙарға ҙур мохтажлыҡ кисерә. Октябрь башында эш биреүселәр 33 меңдән ашыу буш вакансия барлығы тураһында белдергәйне. Айырыуса эшкәртеү тармағында һәм төҙөлөштә кеше етешмәй”, – тине Андрей Назаров. Республикаға эш эҙләп килгәндәрҙең 70 проценты – Үзбәкстандан, 20 проценты – Тажикстандан һәм биш проценты – Азербайжандан. Фото: социаль селтәрҙән.