Тәтешле районының Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе автомобиль юлы участкаһына яңы асфальт һалына башланы. Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Юлды ремонтлау эштәре Тәтешле һәм Балтас райондары сигенән Асауҙы һәм Иҫке Ҡәлмиәр ауылдарына илткән участкала башҡарыла. Уның оҙонлоғо биш километр тәшкил итә. Белгестәр тәүҙә иҫке асфальтты фрезерланы, артабан тигеҙләнгән ҡатлам һалынды. Яңы юл япмаһы түшәлгәндән һуң, участкала туҡталыштар майҙаны яңыртыласаҡ, юл ситтәре нығытыласаҡ, тамғалар һалынасаҡ. Ремонт эштәрен быйыл йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. - Борай – Иҫке Балтас - Көйәҙе республиканың өс районын берләштерә: Балтас, Борай, Тәтешле райондарын. Уларҙа яҡынса 50,5 мең кеше йәшәй. Шулай уҡ был трасса беҙҙең республикабыҙ һәм Пермь крайы менән транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Тәүлек эсендә уның буйынса өс меңдән ашыу автомобиль үтә.