Әгәр ҙә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, йорт идаралығы һеҙҙе судҡа бирә ала. Артабан нисек? Суд биш көн эсендә ҡарар сығара, уның ултырышына һеҙҙе саҡырмауҙары ла мөмкин, әммә был турала хәбәр итергә тейештәр. Суд ҡарарына ялыу биреү өсөн һеҙгә 10 көн ваҡыт бирелә. Суд ҡарары көсөнә ингәс, ул приставтар ҡарамағына тапшырыла. Улар һеҙҙең килемдең 50 процентына саҡлы тотоп барырға, банктағы иҫәптәргә һәм мөлкәткә арест һалырға тейеш. Был мәғлүмәт банк ойошмаларына эләгәсәк һәм һеҙгә кредит биреүҙән баш тартыуҙары ла ихтимал. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн оҙайлы ваҡыт түләнмәгән саҡта һеҙҙе фатирҙан сығрыуҙары ла мөмкин. Әгәр ҙә торлаҡ муниципаль милеккә ҡараһа, ярты йыл түләмәгән осраҡта, унан сығаралар. Дөрөҫ, был осраҡта һәр кешегә алтышар квадрат метр иҫәбенән икенсе бер торлаҡ бирергә бурыслылар. Был фатир һеҙҙең үҙ милкегеҙ булһа, уны тартып алғанда коммуналь ойошма ике шартты үтәргә тейеш: һеҙҙең коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған бурысығыҙ фатир