16 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров республикалағы юғары партия мәктәбе филиалы эше сиктәрендә уҡыу семинарында ҡатнашты. Сара Евразия ғилми-белем биреү үҙәге – Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге майҙансығында ойошторолдо. Унда депутат берләшмәләренең эше һәм партияның урындағы бүлексәләрендә командалар төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Семинарҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары – Сәйәси эш идаралығы етәксеһе, Юғары партия мәктәбе директоры Роман Романов, Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Андрей Исаев һәм Граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды президенты, партияның Эксперт советы координаторы Константин Костин ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм Өфө майҙансығында уңышлы эшләүҙәрен теләне. – Беҙ өсөнсө тапҡыр ошондай мөһим семинар үткәрәбеҙ һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдынғы эксперттарын даими ҡабул иткән беренсе төбәк булдыҡ. Партияның генераль секретары Владимир Владимирович Якушевҡа республикабыҙға ҙур иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерәм. Бөгөнгө сара тәжрибә уртаҡлашыу, урындағы бүлексәләр эшмәкәрлегенең төрлө аспекттары буйынса яңы белем алыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр бирә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Эшебеҙҙең төп бурыстары үҙгәрешһеҙ ҡала. Был махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, бюджет процесын дөрөҫ төҙөү һәм, әлбиттә, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәү. Заман талаптарына ҡарамаҫтан, беҙ тотороҡло ижтимағи-сәйәси хәлде һаҡлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта халыҡ менән бергә булыу, уларҙың һорауҙарына оператив яуап биреү мөһим. Сәйәси эш идаралығы етәксеһе, юғары партия мәктәбе директоры Роман Романов үҙенең сығышында Радий Хәбировҡа уңышлы хеҙмәттәшлек иткәне һәм семинар ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ уҡыу программаһының төп блоктары хаҡында һөйләне. – Беҙ Өфөгә тәүгә килмәйбеҙ, унда бик һөҙөмтәле эшләйбеҙ. Бөгөн муниципаль партия командаларының эшмәкәрлеген тикшерәсәкбеҙ, – тине Роман Романов. – Был йәһәттән төбәктәрҙең тәжрибәһен анализлайбыҙ. Урындарҙа әүҙем позицияһыҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеп булмай. Бөгөн урындағы партия командаларының ролен һәм бурыстарын, халыҡ менән хеҙмәттәшлек алымдарын тикшереү мөһим. Семинарҙа эксперттар урындарҙа партия ячейкаларының эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр бирҙе. Был тәҡдимдәр халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡшыраҡ яҡлауға һәм урындарҙа партияның стратегик бурыстарын һөҙөмтәлерәк үтәүгә йүнәлтелгән. Граждандарға мөһим дәүләт проекттары һәм халыҡ программаһы сиктәрендә башланғыстар тураһында мәғлүмәт биреү буйынса эшкә айырыуса иғтибар бүленә. Фото: glavarb.ru