Найти в Дзене

Кирбестең һаны ла, сифаты ла арта

Стәрлетамаҡ кирбес заводының “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ҡарамағындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыуы предприятиеға эш һөҙөмтәлелеген һиҙелерлек күтәреү мөмкинлеген биргән, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте. Миҫал өсөн, формовкалау участкаһына һаҡсыл етештереү алымдары индереү арҡаһында яҡшы күрһәткескә өлгәшелгән: 1,8 миллион дана кирбес сығарыу партияһының ваҡыты 39-ҙан 33 сменаға ҡыҫҡартылған. – Кирбес заводындағы был эш – етештереү күләмен капитал һалыуҙарһыҙ, эске процестарҙы яңынан ҡарау иҫәбенә күтәреү мөмкинлегенә асыҡ дәлил. Ваҡытты 15 проценттан ашыуға ҡыҫҡартыу – конкурентлыҡ йәһәтенән етди өҫтөнлөк, ул предприятие өсөн яңы баҙар мөмкинлектәре аса, – ти республика Хөкүмәте вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Элек кәрәкле эш ҡоралын, йыһаздарҙы эҙләү күпмелер ваҡыт талап итә ине. Хәҙер иһә һәр береһенең визуаль билдәләнгән үҙ урыны бар. Был хеҙмәткәрҙәр араһында тәртипте нығыта, эштең үтәлешен тиҙләтә, – ти заводтың баш инженеры Алексей Балакин. Предприятиела эшмәкәрлекте яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр йыйыу системаһы, хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереү алымдары булдырылған. Ошо һәм башҡа йәһәттән тупланған тәжрибә өлгөләре башҡа етештереү участкаларына ла таратыласаҡ, ти завод белгестәре. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла. Фото: республика Хөкүмәте сайты.