Найти в Дзене
Газета "Караидель"

Бер ғүмер етмәй икән

Кисә, 15 октябрҙә, Ҡариҙел тамашаһына махсус хәрби операция яугирҙарына арналған «Бер ғүмер етмәй икән» спектаклен Өфө артистары тәҡдим итте.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән тамаша Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайының сәхнәһендә ҡуйылды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, ә ир-егеттәрҙе лә һулҡылдап илатыр тамашалар ҙа була икән... Эйе, берсә утҡа, берсә һыуға һалды, тетрәндерҙе, сәмләндерҙе Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары ҡуйған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән тамаша Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайының сәхнәһендә ҡуйылды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, ә ир-егеттәрҙе лә һулҡылдап илатыр тамашалар ҙа була икән... Эйе, берсә утҡа, берсә һыуға һалды, тетрәндерҙе, сәмләндерҙе Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары ҡуйған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле.
Спектаклдә махсус хәрби операция ерендә барған ваҡиғалар, ир-егеттәрҙең көнкүрештәре, башҡорт яугирҙарының данлы яу юлы, уларҙың батырлыҡтары һүрәтләнә. Унда Рәсәй Геройы Илдар Суфийәровтың ҡаһарманлығын, граната алып үҙе менән бергә өс «укроп»ты шартлатыуын, Батырлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың дошман БТР-н урлап, әсирҙәрҙе алып ҡайтыуын тамаша ҡылырға мөмкин. Һәр яугирҙың үҙ яҙмышы, кисерештәре, әммә уларҙың образында бөтә Башҡортостан һалдаттарының Илебеҙ тыныслығы, ғаиләләребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн йәнен биргән, яуҙағы ҡаһарманлығы сағылыш таба.
Мөнир Ҡунафин МХО башланған йылдан алып яуғирҙар менән күрешеп, аралашып, улар һөйләгән буйынса аяныслы көндәрен, йоҡламаған төндәрен нисек кисергәндәрен халыҡҡа ишеттерергә теләгәнде сәхнә артистары тамашаға еткерә алдылар, тип әйтһәм яңылышмам. Улар ысын яугирҙарса үҙҙәрен сәхнәлә күрһәтә алдылар. Артистарға ҡарап ысын геройҙар рухын, хәрби туғанлыҡты тойҙом. Авторға был һуғыштың нисек башланғанын һәм ни өсөн барғанын күрһәтергә кәрәк ине. Икенсенән, ҡайһы саҡта, егеттәр МХО-ға аҡса өсөн генә бара, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә. Яугирҙар араһында ундайҙар ҙа бар, әлбиттә. Алғы һыҙыҡҡа барғас, беренсе яуҙа уҡ ҡимәттәр үҙгәрә, ти әҫәрҙең авторы. Пьесала булған һәр фекер дөрөҫ итеп еткерелде.
Йәштәр театры артистары Ҡариҙелдәргә бөтә коллективы менән был ваҡиғаларға битараф түгел икәнен үҙҙәре уйнаған яугирҙар роле аша еткерә алдылар. Ҡарап ултырыусылар күңелдәре аша әлеге ваҡытта Рәсәй сигендә барған махсус хәрби операцияны үткәрә алдылар, сөнки уларҙың ғаиләләрен был ҡайғы урап уҙмағанын бөтәбеҙ ҙә яҡшы аңлайбыҙ.
Һуғыш – ир-егет эше. Залдағы әзмәүерҙәй уҙамандарҙы ла ярһыулы хистәргә еткереүе, уйҙарға һалыуы, хатта инаныстарын нығытыуы менән әһәмиәтле был тамаша. Әлеге спектакль халыҡты туплар, берҙәмлеген нығытыр көскә эйә.
Райондың алыҫ ауылдарынан килеп ҡараусы ағай-апайҙарға, балаларын етәкләп килгән атай-инәйҙәргә, ир-уҙамандарға рәхмәт. Был тамаша сәхнәлә сығыш яһаған артистар өсөн дә, авторға ла кәрәкмәй, был иң мөһиме беҙҙең үҙебеҙгә күп милләтле Башҡортостан халҡына кәрәк.
Театр артистарына изге эштәрендә уңыштар, аҡ юл теләйбеҙ! Алдағы сәфәрҙәрендә, туған телебеҙ аша халҡыбыҙға һөйөү һәм ихтирам таратып йөрөгәндәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!