Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугир ҡатынына таныҡлыҡ тапшырылды

Бөрйән районының “Беҙ бергә” халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы махсус хәрби операция яугире һәм уның мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусы ҡатыны менән шәхси осрашыу үткәрҙе. Был осрашыуҙың төп маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына һөнәри йүнәлеш биреүҙә, ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа консультация ярҙамы күрһәтеү. Сара барышында яугирҙең ҡатыны Рәмзиәгә һөнәри белем тураһында таныҡлыҡ – “Сәс ҡырҡыусы” йүнәлеше буйынса сертификат тапшырылды. Бөгөн иһә ул өйҙә эшләй, уның даими клиенттары бар. Ә ире 2022 йылдың сентябренән разведка бүлексәһе разведчигы вазифаһында хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ – хәрби бурысын үтәгәндә бер нисә тапҡыр тәүәккәллек һәм оҫталыҡ күрһәткән батыр. Уның менән беҙҙең яугирҙәргә тылдан килгән ярҙам темаһына һөйләшеүҙәр алып барылды. Ул иһә, үҙ сиратында, яҡташтарыбыҙҙан йылы һүҙҙәр яҙылған хаттар һәм тыуған яҡтан килгән посылкалар өсөн рәхмәт белдерҙе, улар һәр яугирҙең күңелен йылыта, уларҙың хәрби рухын һаҡлай, тип уртаҡлашты. – Беҙ Бөрйән районында махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләре менән бер нисә тапҡыр инде осраштыҡ һәм осрашыуҙар даими дауам итәсәк, – тип билдәләне Оборона министрлығының башҡарма секретары Әлфиә Бәшәрова. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған бер миллион һум түләүҙең ваҡытын 2025 йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтты. Бының турала, йәғни, хәрби хеҙмәт үткән кешеләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указға үҙгәрештәр республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Шулай итеп, контрактсыларға түләүҙәр күләме республикала бер миллион һум тәшкил итә. Ә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итергә теләүселәргә бер тапҡыр бирелә торған дөйөм түләү суммаһы 1 700 000 һум. Шуның 1 300 000 һумы – республиканан, ҡалғандары федераль сығанаҡтан. Фото: Бөрйән районы “Беҙ бергә” халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.