Һәр баланың күңеле аҡ ҡағыҙҙы хәтерләтә һәм уның тормошондағы барлыҡ ғәмәлдәр шунда теҙелеп яҙылып бара. Кескәй сағынан спорт юлын һайлағандарҙың йәшәйеше шундай уҡ тип әйтерлек: спорт оҫталығы серҙәренә төшөнгән тәүге зал, остаздарының барлыҡ күңелен һалып һәр саҡ беренселеккә ынтылыу, ауырлыҡтар, еңелеүҙәргә баҙап ҡалмай, даими алға барыу тураһындағы кәңәштәре, тәүге еңеүҙәр онотолмай. Ошо хаҡта хатта бөйөк чемпиондар ҙа бәйән итә. Бөгөн иһә беҙ Өфөләге Көрәш һарайында бәләкәй балаларҙың спорт нескәлектәренә өйрәнеүенә, уларҙың тренерҙарының һәр һүҙен иғтибар менән тыңлауына, ҙур спорт донъяһына ынтылышына шаһит булдыҡ - матбуғат турында ҡатнаштыҡ. Эйе, ысынлап та, үҙ ваҡытында әйтелгән, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ бер кәңәш тә әллә күпме Олимп тауҙарын яуларлыҡ көс-дәрт бирә шул. Өҫтәүенә Өфөлә баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған объекттарҙың береһе – Көрәш һарайы – Рәсәйҙә генә түгел, донъяла иң ҙур көрәш объекттарының береһе. “Мин үҙемдең тормошомда күп нәмә менән грек-рим көрәшенә бурыслымын – тренерыма һәм спортҡа бағышланған йылдарыма. Шул ваҡыттан алып тренерҙарға, бөйөк спортсыларға рәхмәт белдереү һәм йәштәр яҡшы, иҫ киткес спорт һарайында шөғөлләнә алһын өсөн шарттар булдырыу хыялы барлыҡҡа килде. Башҡортостандың идара итеү командаһы көсө менән ошондай үҙенсәлекле объектты төҙөнөк. Тәү сиратта был тренерҙарыбыҙға, спорт ветерандарына һәм бөйөк атлеттарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү. Улар йәштәребеҙ өсөн өлгө булып тора. Көрәш һарайы – уникаль объект, беҙ уның менән ғорурланасаҡбыҙ”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спорт объекты асылған көндә. Күптән түгел ошо матур ваҡиғаға бер йыл тулып уҙҙы. Эргә-тирәләге төбәктәр спортсылары, спорт һөйөүселәре көнләшеп ҡарарлыҡ Көрәш һарайы Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендә Муса Гәрәев, Архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары сиктәрендә урынлашҡан кварталда төҙөлгән. Уның фронтонында Боронғо Грецияның ике көрәшсеһен һынландырған барельеф ҡуйылған. Муса Гәрәев урамынан ингән яҡта скульптура ансамбле бар. Унда төрлө алымдар ҡулланған спортсылар һындары төшөрөлгән. Улар яңы Көрәш һарайында шөғөлләнеп буласаҡ спорт төрҙәрен күрһәтә. Скульптура ансамбле һәм барельефтар авторы – билдәле скульптор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең самбо буйынса спорт мастеры Салауат Щербаков. Шуныһы үҙенсәлекле: Өфөләге Көрәш һарайы стадионға йәки ғәҙәттәге спорт комплексына оҡшамаған.Шуға күрә ул бер йыл үткәс кенә түгел, әллә күпме йылдар уҙһа ла, үҙенә генә хас һыҙаттары менән йәлеп итеп торасаҡ. Был – колонналары, архитектура элементтары, скульптура композициялары булған һарай. Уның концепцияһы ниндәйҙер кимәлдә антик тарихты хәтерләтә: унда ла Боронғо Греция көрәшселәрен һынландырған барельефтар бар. Көрәш һарайы – ул социаль йәһәттән күп функциялы майҙансыҡ. Объект үҙ эсенә спорт комплексын һәм мәҙәни-күңел асыу үҙәген алған. – Бер йыл элек Көрәш һарайы төҙөлгәйне. Был ваҡыт эсендә ул үҙенең функцияларын 100 процентҡа үтәй. Бөгөн бында көрәштең барлыҡ төрҙәре буйынса күнекмәләр үтә. Объектта олимпия резервындағы спорт мәктәбе уңышлы эшләй, ике бассейн тулыһынса файҙаланыла, балалар шулай уҡ бейеү, гимнастика буйынса шөғөлләнә. Хәҙер Көрәш һарайы “Динамо-Урал” волейбол командаһы өсөн дә “өй”гә әүерелде, – тине Көрәш һарайы директоры Эдуард Әбйәлилов. –Бында был ваҡыт эсендә ҙур саралар үткәрелде. Уларҙың иң тәүгеһе – “Рәсәй – спорт державаһы”. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Был саранан тыш, әллә күпме форумдар, ярыштар уҙғарылды. Көрәш һарайының дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Бында спорт комплексы, спорт көрәше мәктәбе, трибуналары булған, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар өсөн зал һәм башҡалар урынлашҡан.Физик һәм ихтыяр көсөн, һаулыҡты нығытыу, яңы спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Классик Олимпия уйындары төрө булған грек-рим көрәше, шулай уҡ Олимпия уйындарының береһе булған, япон хәрби сәнғәт төрө дзюдо, беҙҙең илдә барлыҡҡа килгән, көс структураларында эшләнгән, махсус хеҙмәттәрҙә, Рәсәйҙең Оборона министрлығында прикладной спорт төрө булған самбо, көрәштең көс төрө иҫәпләнгән грэпплинг, етеҙлекте, көстө һәм таҫыллыҡты арттырған ирекле көрәш буйынса секцияларҙа балаларҙың күпләп шөғөлләнеүен күрҙек. 18 көрәш келәме, халыҡ-ара кимәлдәге ике тотами, спорт ҡорамалдары һәм тренажерҙары, ял итеү урындары, заманса елләтеү системаһы һәм кейенеп сисиенеү урындары Олимп тауҙарын үрләү өсөн ҙур дәр биреүсе объект булып тора. 25 метр оҙонлоҡтағы биш юлдан торған бассейн комплексы ла заман талаптарына ярашлы төҙөлгән. Йога һәм бейеү, волейбол уйнау өсөн залдар – быларҙың барыһы ла һоҡландырғыс. Шулай итеп, балаларға һәм өлкәндәргә барлығы 20-нән ашыу спорт төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар бында. Тағы объектта дрондар мәктәбе урынлашҡан. Өҫтәүенә Көрәш һарайында заман талаптарына яуап биргән ҡунаҡхана ла урынлашҡан. Үҙенсәлекле комплекс төҙөү проекты сиктәрендә төҙөүселәр биләмәне лә төҙөкләндерҙе. Бында асыҡ спорт майҙансыҡтары һәм ял итеү зоналары, автотранспорт өсөн парковкалар, урамдарҙы яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары йыһазландырылған. Киләсәктә лә Көрәш һарайында төрлө ярыштарҙы үткәрәсәктәр. Мәҫәлән, самбо буйынса Рәсәй ярыштары, волейбол буйынса турнирҙар һәм башҡалар ойоштороласаҡ. Бынан тыш, объектта төрлө концерттар ҙа буласаҡ. Объект төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй. Иң мөһиме – Көрәш һарайы спортсыларҙың үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта зауыҡлы “өй”өнә әүерелгән. Нисек кенә ошондай шарттарҙа барлыҡ күңелең менән спорт менән шөғөлләнмәҫкә лә еңеү яуламаҫҡа икән?! Әлбиттә, быны ваҡыт күрһәтер. Александр ГРИГОРЬЕВ, “Көрәш һарайы” спорт әҙерлеге үҙәгенең директоры урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре: – Күп кенә спорт объекттарын күргәнем булды. Үткән быуаттың 70-се, 80-се йылдарында үҙем дә ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша инем. Нигеҙҙә барлыҡ саралар ҙа спорт һарайҙарында, залдарында үткәрелә ине. Үҙебеҙҙең спорт һарайы булманы. Мәскәүҙә бер объект бар ине, әммә ул да бына ошондай мөһабәт түгел. Радий Фәрит улы Хәбиров ошондай һарай тураһында егерме йыл тирәһе хыяллана ине. Уның был хыялы тормошҡа ашты. Хәҙер бөтәһе лә ҡәнәғәт, әлбиттә. Әле мин Көрәш һарайында директор урынбаҫары булып эшләйем. Беҙҙең заманда, әлбиттә, көнәркәшлек бик ҙур булды. 16 республиканан спортсылар ярыштарҙа ҡатнаша ине. Әлеге тренерҙар ҙа тырыша, әлбиттә. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәй беренселектәрендә, чемпионаттарында еңеүселәр бар. Европа ярыштары буйынса яҡшы һөҙөмтәләр бар. Ике йәш үҫмер донъя чемпионы булып танылды. Тимәк, һөҙөмтәләр бар һәм буласаҡ. Автор фотолары.
Һәр баланың күңеле аҡ ҡағыҙҙы хәтерләтә һәм уның тормошондағы барлыҡ ғәмәлдәр шунда теҙелеп яҙылып бара. Кескәй сағынан спорт юлын һайлағандарҙың йәшәйеше шундай уҡ тип әйтерлек: спорт оҫталығы серҙәренә төшөнгән тәүге зал, остаздарының барлыҡ күңелен һалып һәр саҡ беренселеккә ынтылыу, ауырлыҡтар, еңелеүҙәргә баҙап ҡалмай, даими алға барыу тураһындағы кәңәштәре, тәүге еңеүҙәр онотолмай. Ошо хаҡта хатта бөйөк чемпиондар ҙа бәйән итә. Бөгөн иһә беҙ Өфөләге Көрәш һарайында бәләкәй балаларҙың спорт нескәлектәренә өйрәнеүенә, уларҙың тренерҙарының һәр һүҙен иғтибар менән тыңлауына, ҙур спорт донъяһына ынтылышына шаһит булдыҡ - матбуғат турында ҡатнаштыҡ. Эйе, ысынлап та, үҙ ваҡытында әйтелгән, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ бер кәңәш тә әллә күпме Олимп тауҙарын яуларлыҡ көс-дәрт бирә шул. Өҫтәүенә Өфөлә баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған объекттарҙың береһе – Көрәш һарайы – Рәсәйҙә генә түгел, донъяла иң ҙур көрәш объекттарының береһе. “Мин үҙемдең тормошомда күп нәмә менән грек-рим