Найти в Дзене

Уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә төрлө йәһәттән ярҙам күрһәтеү, уңайлы шарттар булдырыу буйынса күп эштәр атҡарыла. Инклюзив мөхиттең булдырылыуы, белем алыу мөмкинлеге һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеү – ошо эштең иң мөһим өлөштәренең береһе. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең республикалағы төрлө тармаҡтар тормошонда ҡатнашыуы өсөн шарттар булдырыла. Республикала реабилитациялау инфраструктураһы яҡшы үҫешкән. Ул биш реабилитация үҙәгенән, уларҙың 14 филиалынан, 15 психоневрология интернатынан һәм биш йорт-интернаттан, өлкән йәштәгеләр, инвалидтар өсөн өс көндөҙгө бүлектән, шулай уҡ Өфөләге геронтология үҙәгенән тора. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән төбәктә ҡунаҡхана, 192 урынлыҡ коррекция мәктәбе, инвалид балаларға дистанцияла белем биреү үҙәге булған, психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәткән “Салют” республика реабилитация һәм белем биреү үҙәге төҙөлдө. Ул былтыр 7 октябрҙә ишектәрен асты. Комплекс реабилитац

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә төрлө йәһәттән ярҙам күрһәтеү, уңайлы шарттар булдырыу буйынса күп эштәр атҡарыла. Инклюзив мөхиттең булдырылыуы, белем алыу мөмкинлеге һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеү – ошо эштең иң мөһим өлөштәренең береһе. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең республикалағы төрлө тармаҡтар тормошонда ҡатнашыуы өсөн шарттар булдырыла. Республикала реабилитациялау инфраструктураһы яҡшы үҫешкән. Ул биш реабилитация үҙәгенән, уларҙың 14 филиалынан, 15 психоневрология интернатынан һәм биш йорт-интернаттан, өлкән йәштәгеләр, инвалидтар өсөн өс көндөҙгө бүлектән, шулай уҡ Өфөләге геронтология үҙәгенән тора. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән төбәктә ҡунаҡхана, 192 урынлыҡ коррекция мәктәбе, инвалид балаларға дистанцияла белем биреү үҙәге булған, психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәткән “Салют” республика реабилитация һәм белем биреү үҙәге төҙөлдө. Ул былтыр 7 октябрҙә ишектәрен асты. Комплекс реабилитациялау, белем биреү һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтә. “Салют” биналарының дөйөм майҙаны – 25,7 мең квадрат метр. Бында көнөнә 250 кешегә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационарҙар, Республика балалар клиник дауаханаһының психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынлыҡ “Йондоҙ” мәктәбе урынлашҡан. Йыл һайын “Салют”та һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ете мең самаһы бала ярҙам ала. Бер йыл эшләү ваҡытында ойошмала 6193, быйыл 4753 балаға ярҙам күрһәтелгән. Шуныһы үҙенсәлекле: ҙур объект баш ҡаланың Киров районында “Салют” тип аталған шифахана нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлдө. – “Салют”ты булдырыуға барлыҡ күңелебеҙҙе һалдыҡ. Реабилитация системаһы менән ғорурланабыҙ, бында үҙенсәлекле балаларға ысынлап ярҙам итәләр, – тип белдергәйне Радий Хәбиров. – Уникаль белгестәр командаһын йыйҙыҡ. Шуныһы мөһим, реабилитацияны, медицинаны, белем биреүҙе берләштерә алдыҡ. Бурысыбыҙ, өҫтөнлөклө эшебеҙ – бындай балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ шарттар булдырыу. Үҙәктә уҡыу, медицина кабинеттары, стационар, спорт, гимнастика залдары, бассейн, ижади оҫтаханалар бар, уларҙа ағас эшкәртеү, кулинария, сәскәселек, көршәксе эше менән шөғөлләнеү планлаштырыла. Ойошма биләмәһендә ҡышҡы баҡса, хәрәкәтле уйындар өсөн бер нисә балалар майҙансығы булдырылған. Көн һайын унда – 400-гә яҡын, йылына 18 меңгә яҡын бала килә. “Салют”та табиптарҙан, педагогтарҙан, психологтарҙан торған ведомство-ара команда эшләй. Һәр ҡыҙ һәм малай өсөн уларҙың үҙенсәлектәренә, ихтыяждарына яраҡлаштырылған реабилитация сараларының айырым бер йыллыҡ планы эшләнә. Бында бер айҙан 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар, үҙәк һәм периферик нервы системаһы, терәк-хәрәкәт аппараты, соматик тайпылыштар, генетик, психик ауырыуҙар, аутистик спектр, шулай уҡ күреү, ишетеү һәләте боҙолоуы күҙәтелгән балалар комплекслы реабилитация үтә. Шулай итеп, “Салют” комплексына өс йүнәлеш ҡарай: “Салют” республика реабилитациялау үҙәге, Республика балалар клиник дауаханаһының балаларҙы медицина реабилитациялауы бүлексәһе, “Йондоҙ” белем биреү үҙәге. Әйткәндәй, Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында хәҙер "Салют" балалар реабилитация үҙәгенә яҙылырға мөмкин. Был – социаль хеҙмәттәрҙе алыуҙы ябайлаштырыуҙа мөһим аҙым. Ғариза яҙыу өсөн порталда теркәлергә, мәғлүмәт тултырырға һәм документтарҙы беркетергә кәрәк. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: республикала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялауға сертификаттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2019 йылдан ошо маҡсатта бюджеттан 460 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Был ярҙам һөҙөмтәһендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала сертификат буйынса махсуслаштырылған ойошмаларҙа дауалана ала. 2024 йылдың башынан эшкә һәләтле йәштәге инвалидтар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сертификаттар ғәмәлгә индерелде. Улар бюджет аҡсаһы иҫәбенә реабилитация үтеү мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән оло йәштәге инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн сертификаттар булдырылды, уның ҡушыуы буйынса “Социаль такси” хеҙмәте эшләй башланы. Ҡаршылыҡтарҙы емереп була “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялауға арнала. Бында ошо өлкәләге һуңғы йылдарҙа уйлап сығарылып эшләнгән ҡорамалдар тәҡдим ителә, төрлө “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойошторола, килешеүҙәр төҙөлә. Әйткәндәй, беренсе форум 2022 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгәйне. Унда йәмғиәт өсөн мөһим темалар күтәрелә, республика һәм федераль үҙәк инклюзив мәсьәләләр йәһәтенән берләшә. Хәҙерге заманда дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған секторҙа уңайлы мөхит булдырыу, ошондай кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртырлыҡ яңы технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре көнүҙәк. Башҡортостанда иһә һәр кемдең йәшәү рәүеше, уның тормош шарттарын яҡшыртыу – өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Форум-күргәҙмәнең төп темаһы иһә - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкәнерәктәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын формалаштырыу. Сара барышында ойошторолған төрлө сессияларҙа, майҙансыҡтарҙа, "түңәрәк өҫтәл" һөйләшеүҙәрендә белгестәр, власть, эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре реабилитациялау тармағының яңы үҫештәре, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү менән бәйле мәсьәләләр ҡарала. Быға тиклем ойошторолған өс форумда Рәсәйҙең 18 төбәгенән 60-тан ашыу реабилитациялау сараларын етештергән ойошма-предприятие ҡатнашты, 90-дан күберәк төрлө оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүҙәре һәм башҡалар ойошторолдо. Әммә быйыл 23-24 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында булырға тейешле форум үткәрелмәне. Был Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдарын ҡулайлаштырыу өсөн шулай эшләнде. Һөҙөмтәлә Рәсәй форматындағы сара урынына “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” республика форумы ойошторолдо. Сара барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йондоҙ” белем биреү майҙансығында республика Хөкүмәтенең Инвалидтар эштәре буйынса координация советының күсмә кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар быйыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялау һәм абилитациялау комплекслы системаһы үҫеше буйынса эшкә һығымта яһаны, шулай уҡ ярҙам сараларын камиллаштырыу тураһында һөйләште. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторҙо. “Салют” реабилитациялау үҙәгендә балаларға хәрәкәт терапияһы буйынса белем биреү семинары, төрлө темаларға һөйләшеүҙәр булған майҙансыҡтар, “Торатау” конгресс-холында балалар ижадының гала-концерты булды. ФЕКЕРҘӘР: Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: – Төрлө реабилитация изделиеларын эшләү тармағы беҙҙең ярҙамға мохтаж ине. Профилле предприятиеларға етештереү ҡорамалдары һәм материалдар һатып алыуҙы субсидиялау өсөн республика бюджетынан аҡса бүленә. Был программа үҫешә. “Үҙенсәлекле” балаларҙың ата-әсәләре менән һөйләшкәндән һуң Өфөлә “Салют” реабилитация комплексын төҙөү идеяһы тыуҙы, ул үҙ эшен башланы ла инде. Ольга ШЕВНИНА, Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе: – Республикабыҙҙа дәүләт органдары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тарафынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҫеше мсьәләләре мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә. Был яҡшы һәм “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” күргәҙмә-форумы был йәһәттән ҙур масштаблы үҙ-ара эш итеү майҙаны. Был – мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яңы алымдар эшләнгән урын. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам саралары Төп аҡсалата түләүҙәр: Инвалидлыҡ буйынса социаль пенсия (автоматик рәүештә тәғәйенләнә): * Инвалид-бала һәм бәләкәйҙән 1-се төркөм инвалиды; * Бәләкәйҙән 2-се төркөм инвалиды; * Бәләкәйҙән 3-сө төркөм инвалиды; Ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр; Ата-әсәләр (опекаға алыусылар) өсөн түләүҙәр. Социаль хеҙмәттәр йыйымы Ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр составына ҡарай. Аҡсалата йәки дарыу, шифаханаға юллама йәки бушлай юл хаҡы рәүешендә алырға мөмкин. Ата-әсәгә ярҙам Ваҡытынан алда пенсия: ата-әсәләрҙең береһенә һигеҙ йәшкә тиклем бала тәрбиәләгәндә 50 йәштә (әсәйгә) йәки 55 йәштә (атайға) хаҡлы ялға сығырға була. Өҫтәмә ялдар: айына түләүле дүрт көн. Уларҙы йыйырға һәм ата-әсәләр араһында бүлергә мөмкин, тик йылына 24 көндән артмаҫҡа тейеш. Страховка стажы: ҡарау ваҡыты пенсия стажына инә. Арттырылған һалым ҡайтармаһы: 12000 һум (ата-әсәләр өсөн) + балаға стандарт һалым ҡайтармаһы. Атай йәки әсәй генә булғанда сумма ике тапҡырға арта. Торлаҡ һәм көнкүреш шарттары: Торлаҡ-коммуналь идаралыҡ компенсацияһы: торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә ай һайын аҡсалата компенсация (бурыстар булмаған осраҡта). Газ үткәргәндә ташлама. Бушлай ер йәки түләүҙәр: шәхси йорт төҙөлөшө өсөн ер участкаһын биреү йәки 250000 һум күләмендә компенсация. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу: социаль найм, милеккә буйынса торлаҡлы булыу йәки уны һатып алыуға (төҙөүгә) бер тапҡыр бирелгән түләүгә эйә булыу мөмкинлеге. Һалым ташламалары: милеккә һәм транспорт һалымынан азат ителеү. Белем алыу һәм реабилитациялау: * Мәктәптә бушлай туҡланыу; * Уҡырға ингәндә ташлама: юғары йәки махсус һөнәри уҡыу йортона конкурстан тыш индереү (бер тапҡыр), мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына сираттан тыш ҡабул ителеү. Техник реабилитациялау саралары: Шәхси реабилитациялау һәм абилитациялау программаһы буйынса бушлай бирелә (инвалидлыҡ ҡуйылған булырға тейеш). Техник реабилитациялау сараларының төбәктәге исемлеге бар, мәҫәлән, датчик-маяк, небулайзер, функциялы карауат. Реабилитациялауға сертификат: Башҡортостандағы дәүләткә ҡарамаған реабилитациялау үҙәктәре хеҙмәттәре өсөн (массаж, дауалау-физкультура комплексы һәм башҡалар) түләүгә 48000 һум бирелә. Реабилитациялау үҙәктәре: тотош республика буйынса ойошмалар селтәре. Ярҙам итеүҙең башҡа саралары: Транспорт саралары булғандарҙың гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО): полистың тулы хаҡының 50 процент компенсацияһы. Әсәлек капиталы: һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән баланы социаль адаптациялау өсөн тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә йүнәлтергә мөмкин. Социаль туризм: 12000 һумлыҡ бушлай юллама (балаға һәм уны оҙатып йөрөгән кешегә). ӘЙТКӘНДӘЙ... “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” бренды Башҡортостанда 2012 йылда барлыҡҡа килгәйне. Барыһы ла ошо уҡ исемдәге инклюзив балалар ижады фестиваленән башланғайны. 2021 йылда Башҡортостанда техник реабилитациялау сараларын етештереүселәр күргәҙмәһе үткәрелде. 2022 йылдың ғинуарында Стратегик башланғыстар агентлығына Өфөлә тотош Рәсәйҙән реабилитациялау сараларын етештереүселәрҙе йыйырға, шулай уҡ сараға һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, социаль яҡлау вәкилдәрен йәлеп итергә тәҡдим ителде. “Социаль координатор” проекты буйынса килешеү сараның һөҙөмтәләренең береһе булды. Был ауыр тормош хәлдәренә тарыған кешеләргә ярҙам иткән социаль участковыйҙар хеҙмәте кеүегерәк. Мәҫәлән, оло йәштәге кешене интернатҡа урынлаштырыу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешегә ташламаларҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү һәм башҡалар. Бынан тыш, беренсе форум һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Башлығы төбәктәге техник реабилитациялау сараларын етештереүселәргә ярҙам буйынса республика программаһын эшләргә ҡушты. Һөҙөмтәлә республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы тарафынан “Реабилитациялауҙың һәм реабилитациялау ҡоролмаларының техник сараларын етештереү үҫеше” подпрограммаһы раҫланды. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.