Ауылдарҙа ҡайһы бер йорттар янынан һоҡланмай үтеп китеп булмай: бөтә ер төҙөк, буялған, ағастар, гөл-сәскәләр үҫә, төрлө һындар ҡуйылған. Бындай йортта егәрле, уңған кешеләр йәшәгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә бит ошоноң ише егәрле кешеләр ҡалаларҙа ла бихисап. “Күп ҡатлы ҡала йорто алдында әллә нәмә атҡарып булмай”, тигәндәрҙе Рәмил Шамил улы Сәлимгәрәев һәм уның ихатаһы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Уның йорто Өфөнөң үҙәгендә, Киров урамында урынлашҡан. Ғәҙәти туғыҙ ҡатлы йорттоң әллә ни ҙур булмаған ихатаһына килеп инһәң, аптырап китәһең: әйтерһең кемдеңдер шәхси баҡсаһына эләгәһең. Ә Сәлимгәрәевтәр был матурлыҡты бар йорттар һәм үтеп йөрөгән кешеләр өсөн булдыра. Рәмил Шамил улы әле пенсияла. Ул – Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кеше. Сығышы менән Саҡмағош районынан. – Беҙ дүрт малай һәм ике ҡыҙ үҫтек. Малайҙарҙың дүртеһе лә хеҙмәт итте һәм бөтәбеҙ ҙә ватаныбыҙ алдындағы бурысты сит илдәрҙә үтәнек. Мин Афғанстанға эләктем, ул саҡтың зәхмәтен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ә хәҙер беҙҙең көслө хәрби туғанлыҡ бар, – тип һөйләй ул үҙе тураһында. Һөнәре буйынса автомеханик булған ағай “Башнефть” компанияһында, Хөкүмәт аппаратында һәм башҡа ерҙәрҙә эшләгән. Ҡалала йәшәһә лә, күңеле ауылдағы ише матурлыҡҡа тартылған. – Ун йыл элек беҙҙең ихата алдындағы үләнгә машиналарын ҡуя башланылар. Әрләшеүҙән фәтүә юҡ, барыбер ҡуясаҡтар. Тик йән дә көйә, беҙ тәүге ҡатта йәшәйбеҙ, ә тәҙрә асһаҡ, машина төтөнө еҫен еҫкәргә мәжбүр булдыҡ. Ҡатыным Светлана менән нимә эшләргә икән тип уйланыҡ-уйланыҡ та, баҡса булдырырға ҡарар иттек. Был бәләкәй генә урынды кәртәләп алдыҡ һәм ағас ултырттыҡ. Эште башлап ебәргән саҡта Афғанда бергә булған дуҫтарҙы саҡырҙыҡ, бергәләп ағас ултырттыҡ, – ти ул. Һөҙөмтәлә, бер нисә генә ағастан башланған эш ҙур шөғөлгә әйләнеп китә. Баҡса ҙурайғандан-ҙурая һәм ошондай матур урынға әйләнә. Бында хәҙер кешеләр махсус килеп ҡарай, фотоға төшә, һоҡлана. Әле Рәмил Шамил улы ихата алдында, шулай уҡ өй тирәләй 70-тән ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртҡан. Нимә генә үҫмәй бында! – Беҙгә билдәле бөтә ағастар ҙа бар тиерлек: имән, шыршы, ҡарағай, йүкә, муйыл, сейә, слива, крыжовник, балан, ҡурай еләге. Күп емеш ағастары ҡутарып уңыш бирә. Быйыл бигерәк һәйбәт йыл булды, нимә генә уңманы. Ҡайһы берен үҙебеҙ йыйып алабыҙ. Балалар емеш-еләк ашарға ярата. Рөхсәт итәбеҙ, тик һындырмағыҙ тибеҙ, – ти ағай. Баҡсала ағастарҙан тыш күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр ҙә үҫә. Ниндәйе генә юҡ бында! Иртә яҙҙан сәскә ата башлаған күп йыллыҡтарынан алып, нәзәкәтле рауза, гортензияларға тиклем бар. Сәскәләрҙе лә үҙҙәре ултырта, үҙҙәре тәрбиәләй. Был эште, әлбиттә, башлыса Светлана апай башҡара. – Бөтә нәмәне үҙем һатып алам. Ҡиммәткә төшә әлбиттә, тик матурлыҡ ҡәҙерлерәк. Анау күк шыршыны 5,5 мең һумға алдым, ябайыраҡтары - 3,5 мең һум. Бер тапҡыр арзан хаҡҡа 20 шыршы үҫентеһе алғайным, береһе генә үҫеп китте. Нимә генә эшләтеп ҡараманыҡ, юҡ инде, ҡоронолар. Аҙаҡ интернеттан уҡып нескәлектәрен белдек һәм шул технология буйынса ултырта башланыҡ, – ти Рәмил Шамил улы. – Сәскәләр ҙә арзан түгел. Гортензияның бер төбө генә мең һум тора, раузалар ҡиммәт. Йылына кәм тигәндә 50 мең һум самаһы аҡса сыға. Баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов тә был матур урынды килеп ҡараған икән. Ул егәрле кешәләргә рәхмәт белдергән, ләкин ҡала бюджетында был сығымдар өсөн бер статья ла юҡлығын белдергән. – Әлбиттә, әҙерәк финанс ярҙам булһа, хөрт булмаҫ ине, тик ундай сығымдар ҡаралмаған. Ләкин беҙ күңелде төшөрмәйбеҙ, артабан да баҡсабыҙҙы байытыуҙы дауам итәбеҙ. Ә бына йәнде көйҙөргәне – вандалдар. Йә ағас ботағын һындырып китәләр, йә бөтөнләй ҡаҙып алалар. Иң ҡиммәтле шыршыны алып киттеләр. Ҡатыным ултыртҡан сәскәләрҙе лә төбө менән ҡаҙып алалар. Уның кәйефе төшә, илап та ала. Тынысландырам инде, уларға нығыраҡ кәрәктер тип шаяртҡан булам. Ярҙам итмәһәләр ҙә, теймәһендәр ине, – ти ул. Баҡсала ағас һәм сәскәләрҙән тыш төрлө һындар, ҡулдан эшләнгән ҡоҙоҡ, ел тирмәндәре һәм башҡа бәләкәй архитектура формалары ла бар. Баҡһаң, уларҙы ла оҫта хужа үҙ ҡулдары менән эшләй икән. – Ауылда үҫтек бит. Атай бәләкәйҙән барыһына ла өйрәтте – ер эшенә лә, балта тоторға ла. Берәй һын уйлап сығарам да, ҡустым менән бергәләп тиҙ генә эшләп тә ҡуябыҙ. Был ихатаға зауыҡ өҫтәй. Көҙ уларҙы ҡышҡылыҡҡа подвалға төшөрәбеҙ, яҙын яңынан сығарып ҡуябыҙ. Йәнлектәр, бөжәктәр һындарын һатып та алам, төрлөсә матурлыҡ өҫтәйбеҙ, – ти хужа. Әйткәндәй, Рәмил Шамил улының ишек алды ғына түгел, ә подъезы ла иҫ киткес матур. Бындағы таҙалыҡты һәм уңайлыҡты ла ул үҙе булдырған. Иң тәүҙә еҫ һәм бөжәктәр сығанағы булған сүп-сар ташлай торған урынды бикләтеп ҡуя һәм ҡыйҙы тышҡа сүплеккә сығара башлайҙар. Аҙаҡ буяуҙар һатып алып стеналарҙы буяй, рәссам яллап унда матур һүрәттәр төшөртә. Тәҙрә төптәнедә гөлдәр үҫә, стенала матур картиналар эленеп тора. – Насар, бысраҡ булһа, яратмайым. Таҙа, күркәм урында йәшәге килә. Бер кем дә һиңә килтереп тоттормай, күптәр идарасы компания, дәүләт тағы әллә кем тейеш тип көтөп ята. Ә мин тотам да үҙем эшләйем. Бар нәмә үҙебеҙҙән башлана, – ти Рәмил Сәлимгәрәев. Был йорттан һәм ихатанан матур тойғолар менән китәһең. Таҙалыҡ һәм бөхтәлек һәм кемдең үҙенән башлана! Фотолар авторҙыҡы һәм геройҙың шәхси архивынан.
Ауылдарҙа ҡайһы бер йорттар янынан һоҡланмай үтеп китеп булмай: бөтә ер төҙөк, буялған, ағастар, гөл-сәскәләр үҫә, төрлө һындар ҡуйылған. Бындай йортта егәрле, уңған кешеләр йәшәгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә бит ошоноң ише егәрле кешеләр ҡалаларҙа ла бихисап. “Күп ҡатлы ҡала йорто алдында әллә нәмә атҡарып булмай”, тигәндәрҙе Рәмил Шамил улы Сәлимгәрәев һәм уның ихатаһы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Уның йорто Өфөнөң үҙәгендә, Киров урамында урынлашҡан. Ғәҙәти туғыҙ ҡатлы йорттоң әллә ни ҙур булмаған ихатаһына килеп инһәң, аптырап китәһең: әйтерһең кемдеңдер шәхси баҡсаһына эләгәһең. Ә Сәлимгәрәевтәр был матурлыҡты бар йорттар һәм үтеп йөрөгән кешеләр өсөн булдыра. Рәмил Шамил улы әле пенсияла. Ул – Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кеше. Сығышы менән Саҡмағош районынан. – Беҙ дүрт малай һәм ике ҡыҙ үҫтек. Малайҙарҙың дүртеһе лә хеҙмәт итте һәм бөтәбеҙ ҙә ватаныбыҙ алдындағы бурысты сит илдәрҙә үтәнек. Мин Афғанстанға эләктем, ул саҡтың зәхмәтен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ә хәҙер бе