Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дим буйының батыр улы

Алмас Миңлеғәле улы САФИН – Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия десант-штурмлау дивизияһының 237-се гвардия десант-штурмлау полкының рота разведчигы-операторы, гвардия старшинаһы. Рәсәй Федерацияһы Геройы. Алмас Сафин 1985 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ы Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. Раевкалағы 2-се урта мәктәптең 9 класын, артабан Новосибирск өлкәһенең Бердск электр механикаһы техникумын тамамлаған. 2014 йылда контракт нигеҙендә Новосибирск юғары хәрби команда училищеһына инә, десантниктар әҙерләй, взводҡа етәкселек итә. 2015 йылда Сирияла Рәсәй халыҡ-ара террористик ойошмаларға ҡаршы үткәргән операцияла ҡатнаша. 2022 йылдың 30 сентябренән Донецк Халыҡ Республикаһын һәм Луганск халыҡ Республикаһын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла разведчик-оператор вазифаһын башҡара. 2023 йылдың ғинуарында 237-се десант-штурмлау полкы Краснолиманск йүнәлешендә оборона һуғышы алып бара. 2023 йылдың 14 ғинуарында Украина ғәскәре бөтә булған резервтарын Кременная ҡалаһы тирәһенә туплай, Рәсәй десантсыларының оборонаһын өҙөргә маташа. Старшина Алмас Сафин етәкселек иткән парашют-десант взводы дошмандың төп һөжүме күҙалланған урында оборона позицияларын тота. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә старшина күҙәтеүҙе, позицияларҙың инженерлыҡ һәм фортификация ҡоролмаларын ойоштора, һалдаттарына бурыстар ҡуя. Разведка саралары ярҙамында дошман резервтарының взвод позицияларына хәрәкәтен беренсе булып күреп ҡала, был обороналаусыларға позицияларын үҙ ваҡытында биләп өлгөрөү мөмкинлеге бирә. Яу барышында Алмас Сафин үҙ ҡоралы менән дошмандың биш һалдатын юҡ итә. Көтөлмәгән атака ярҙамында ла уңышҡа ирешә алмағас, дошман взвод позицияларын миномет утына тота башлай. Снаряд ярсыҡтары старшинаны ауыр яралай, ләкин ул позицияны ҡалдырмай, командалыҡ итеүен һәм тоҫҡап атыуын дауам итә. Өсөнсө десант-штурмлау батальоны составынан ярҙам килеп еткәс, дошман көстәре сигенә. Десантсыларҙың старшина Алмас Сафин етәкселегендәге ҡаһармандарса эше һөҙөмтәһендә дошмандың бер танкы, ике бронемашинаһы һәм 50-гә саҡлы һалдаты юҡ ителә. Ҡуйылған хәрби бурысты аҙағынаса үтәп, старшина Алмас Сафин алынған яраларҙан вафат була. Уның геройҙарса һәм тәүәккәл хәрәкәттәре дошмандың һан яғынан күберәк тә булған составына оборонаны өҙөргә бирмәй. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2023 йылдың 16 ғинуарындағы Указына ярашлы, хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлыҡ һәм героизм өсөн Сафин Алмас Миңлеғәле улына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. Ул Әлшәй районы Шафран ауылының Туғандар ҡәберлегендә ерләнде. Геройҙың исеме “Башҡортостан Республикаһы йәштәренең илһөйәрлек тәрбиәләү һәм призывҡа саҡлы әҙерләнеү үҙәге” учреждениеһына, Равкалағы 2-се урта мәктәпкә бирелде. Алмас Сафиндың исемен Раевкалағы урамға ҡушасаҡтар, ә ауылдың Дан аллеяһында уға Герой бюсы ҡуйыласаҡ. Фото: А.М.Сафиндың шәхси архивынан.