Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин: -Йыл һайын октябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль һəм ҡала пассажир транспорты хеҙмəткəрҙәре көнө билдəлəнə. Бөгөнгө байрам уңайынан профессиональ водителдәрҙе, тармаҡ ветерандарын, автоһәүәҫкәрҙәрҙе, һөнәре менән транспорт тармағына бәйле барыһын да ихлас ҡотлайым. Хәҙерге заманда ныҡлап үҫешкән транспорт системаһы кешеләр өсөн уңайлылыҡтың, көндәлек тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шул уҡ ваҡытта руль артына ултырған һәр кемдең иңенә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға, пассажирҙарына иғтибарлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған водителдәр күберәк булһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ышаныслы техника теләйем. Юлдарығыҙ тигеҙ һәм хәүефһеҙ булһын!

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин:

-Йыл һайын октябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль һəм ҡала пассажир транспорты хеҙмəткəрҙәре көнө билдəлəнə.

Бөгөнгө байрам уңайынан профессиональ водителдәрҙе, тармаҡ ветерандарын, автоһәүәҫкәрҙәрҙе, һөнәре менән транспорт тармағына бәйле барыһын да ихлас ҡотлайым.

Хәҙерге заманда ныҡлап үҫешкән транспорт системаһы кешеләр өсөн уңайлылыҡтың, көндәлек тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шул уҡ ваҡытта руль артына ултырған һәр кемдең иңенә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға, пассажирҙарына иғтибарлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған водителдәр күберәк булһын.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ышаныслы техника теләйем.

Юлдарығыҙ тигеҙ һәм хәүефһеҙ булһын!