Махсус хәрби операция яугирҙәре менән әңгәмәләшкәндә күптәр яҡындарының именлеген, уларҙың тыныс аяҙ күк аҫтында йәшәүен һәм яуҙаш дуҫтарының иҫән-һау булыуын беренсе урынға ҡуя. Шуныһы һоҡландыра: ниндәй генә ауыр шарттарҙа көн итергә, ҡатмарлы, хәүефле заданиелар үтәргә тура килмәһен, улар бер ваҡытта ла зарланмай, һуҡранмай. Киреһенсә, үҙҙәренә һалынған изге бурысты лайыҡлы һәм намыҫлы рәүештә үтәүе менән ғорурланыуын белдерә. Киләһе әңгәмәсем үҙен “Шейх” тип таныштырҙы. Баҡалы районынан икән. 29 йәшлек йәш яугирҙе тыуған төйәгендә ғәзиз ғаиләһе – кәләше һәм Илназ менән Алмаз исемле улдары, яҡындары һәм туғандары көтә. “Шейх” махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса юлланған. Әңгәмәне ошо ваҡиғаға бәйләп башланыҡ. – Әлбиттә, алда көткән билдәһеҙлек алдында ниндәйҙер ҡаушау, ҡурҡыу хистәре булды, әммә ҡасып ҡалыу, саҡырыуҙан ситләшеү тураһында бөтөнләй уйламаным. Һарытауҙа бер айлыҡ хәрби әҙерлек үттек һәм бында юлландыҡ, – тип иҫкә алды ул өс йыл элек булған ваҡиғаларҙы.