Әкрәм ҡатынына бер нисек тә ярай алманы. Өйләнешкәндә үҙ-ара мөнәсәбәттәре йылы ине. Йәшәй-йәшәй, әллә тормош мәшәҡәттәре йотто, үҙ-ара һыуындылар. Ҡатыны бөтә нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ғаиләләге барлыҡ мәшәҡәттәрҙе тиерлек үҙ елкәһенә алды ир, түләүҙәрен дә түләне, машина менән ҡатынын да, балаларын да кәрәк ергә йөрөттө, өйгә йыһаздарын да, аҙыҡ-түлеген дә алып ҡайтты. Ләкин ҡатыны көн һайын бер сәбәп табып, игәп торҙо. Әкрәмдең эштән ҡайтҡас, тыныслыҡта ял итәһе килә, тик бындай көндәр бик һирәк булды. Ҙур ғауға сығармаҫ өсөн, ул гел өндәшмәй ҡалды, ләкин түҙемлектең дә сиге була икән. Ул көндө бер бөртөк ҡыҙҙары Әлиәнең 18 йәшенә тип, ул теләгән ҡиммәтле телефонды бүләккә алып, иң тәмле торт тотоп яҡшы кәйеф менән ҡайтып ингәйне. Ҡыҙы бүләккә бик ныҡ һөйөндө, ләкин тәмле итеп киске ашты ашай алманылар. Ҡатыны йөҙөн йәмрәйтеп ризаһыҙлыҡ белдерҙе. – Кешенең ирҙәре балаларына 18 йәшкә фатир алып бирә. Беҙҙең атай телефон алып ҡотолған. Башҡалар һымаҡ аҡсалы эш тә таба алманың. То
“Башҡаса күҙемә күренмә!” тип ҡарғап ҡысҡырып ҡалғайны ҡатыны...
26 октября 202526 окт 2025
3 мин