Өсбоҫмаҡты һәр хужабикә үҙенсә бешерә. Ә бына Бәләбәй районы Шаровка ауылынан Илмира Ильина уны башҡасараҡ әҙерләй, һәм ул айырыуса тәмле килеп сыға. Өсбосмаҡ ғаиләнең яратҡан ризығына әүерелгән. Илмира ханым йыш ҡына 85 йәшлек әсәһе Камилә апай менән бергәләп төрлө тәмлекәстәр бешерә. Оло кешенең дә аш-һыу бешереүҙә кәңәштәре урынлы. Был юлы гәзит уҡыусыларға өсбосмаҡ бешереү серен асалар. -Яҡынса ярты литр ауыл ҡаймағы, ике йомортҡа, сама менән тоҙ, шәкәр, 2-4 аш ҡалағы кефир һалам һәм он ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫам. Ҡамырҙы бәләкәс кенә йомроҡастарға бүлгеләп, уларҙан ваҡ түңәрәк йәймәләр яһайым. Эслекте түбәндәгесә әҙерләйем. Бер тәүлек алдан бының өсөн нәҙек кенә итеп тана йәки тауыҡ итен бүлгеләйем. Һуғанды йәлләмәйем, уны ярамтүңәрәкләп киҫәм, һуңынан тоҙлайым, борослайым. Барыһын да бергә бутап бер тәүлеккә һыуытҡысҡа алып ҡуям. Ит шулай маринадланһа, өсбоҫмаҡ бик тәмле килеп сыға. Өсбоҫмаҡты бешерер алдынан бәрәңгене шаҡмаҡлап турайым, ҡаҙ майын эре ҡырғыс аша үткәрәм. Ҡаҙ майы алдан иретелгән булмаһын. Эслек әҙер булғас, өсбоҫмаҡтар яһап, 165 градус эҫелектә бешерәм, - тип һөйләне Илмира Ильина. Ауыл биләмәһе башлығы кеүек яуаплы бурысты башҡарырға ла, яҡындарын ошондай тәмлекәстәр менән һыйларға ла өлгөрә уңған хужабикә. Фото: Илмира Ильинаныҡы.