Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәйкәл булып ҡайтты һалдаттар

Ишембай районының Петровский ауылында быйыл йәй махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егеттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Был изге эштең башлаусыһы һәм ойоштороусыһы – “Че Гевара” позывнойлы яугир һәм урындағы эшҡыуар, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Геннадий Лейтер була. “Че Гевара” был проектты проектлау буйынса барлыҡ эштәрҙе башҡара, Геннадий Григорьевич уны финанслай. Берлектәге көс, тырышлыҡ менән Петровский ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашып, һәләк булған һалдаттар рухына иҫтәлекле урын барлыҡҡа килә. Хәҙер һәйкәл эргәһендә даими рәүештә патриотик саралар уҙғарыла. – Ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн был һәйкәлдең булыуы мөһим, сөнки ул махсус хәрби операцияла һәләк булған барлыҡ һалдаттар тураһында иҫтәлек һаҡлай, – ти Петровский ауыл биләмәһе башлығы Александр Летунов. Яугирҙәрҙе данлап һәйкәлдәр ҡойған, улар тураһында иҫтәлекте йәш быуынға еткергән яҡташтар булғанда, батырҙар бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Улар халыҡ күңелендә, халыҡ хәтер

Ишембай районының Петровский ауылында быйыл йәй махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егеттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Был изге эштең башлаусыһы һәм ойоштороусыһы – “Че Гевара” позывнойлы яугир һәм урындағы эшҡыуар, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Геннадий Лейтер була. “Че Гевара” был проектты проектлау буйынса барлыҡ эштәрҙе башҡара, Геннадий Григорьевич уны финанслай. Берлектәге көс, тырышлыҡ менән Петровский ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашып, һәләк булған һалдаттар рухына иҫтәлекле урын барлыҡҡа килә. Хәҙер һәйкәл эргәһендә даими рәүештә патриотик саралар уҙғарыла. – Ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн был һәйкәлдең булыуы мөһим, сөнки ул махсус хәрби операцияла һәләк булған барлыҡ һалдаттар тураһында иҫтәлек һаҡлай, – ти Петровский ауыл биләмәһе башлығы Александр Летунов. Яугирҙәрҙе данлап һәйкәлдәр ҡойған, улар тураһында иҫтәлекте йәш быуынға еткергән яҡташтар булғанда, батырҙар бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Улар халыҡ күңелендә, халыҡ хәтерендә йәшәй. Фото: ауыл хакимиәтенән.