Махсус өйрәтелгән персонал — интервьюерҙар - халыҡтан һорау алыу үткәрәсәк һәм яуаптарҙы планшетҡа йәки ҡағыҙ бланктарға теркәйәсәк. Улар һорау алыусыларҙың һүҙҙәренән яҙыласаҡ, раҫлаусы документтар кәрәкмәй. Ҡатнашыусыларға конфиденциаллек һәм анонимлыҡ гарантиялана. Һорау алыу барышында алынған мәғлүмәттәр бер ергә туплана, уның нигеҙендә ярлылыҡ кимәле, ысынбарлыҡтағы аҡса килеме, эш хаҡы, хеҙмәттәрҙең сифаты һәм асыҡлығы, халыҡтың һаулығы буйынса статистик мәғлүмәт формалаша. Һайланма күҙәтеүҙәрҙә һайланма төркөмдән генә һорау алына. Интервьюерҙар һайлап алыуҙы төҙөгәндә алынған адрестар буйынса ғына йөрөй. Яуаптар нигеҙендә йәмғиәт тормошо картинаһы барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, мөһим дәүләт ҡарарҙары ҡабул ителә. Интервьюерҙы мутлашыусынан нисек айырырға? Интервьюерҙар һәр ваҡыт үҙҙәре менән Росстаттың махсус танытмаһын йөрөтә, унда уның ғәмәлдә булыу ваҡыты күрһәтелгән исеме, фамилияһы, атаһының исеме, вазифаһы, етәксеһенең мисәте һәм ҡултамғаһы була. Ул паспорт менә