Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер ғаилә кеүек тупланғанбыҙ

МХО яугире Динар – “Таймаҫ”ҡа 29 йәш, ул – гранатометсы. Мәктәпте тамамлағас, Мәләүездәге училищела уҡып, тракторсы-машинист һөнәренә эйә булған, унан инде хәрби хеҙмәткә юлланған. Әрме һынауын Мәскәүҙә һәм Түбәнге Новгородта үтә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Динар – өс бала атаһы. Улына – алты, ҡыҙҙарына дүрт һәм бер йәш. “Күп балалы атай булараҡ, хәрби хеҙмәттән кисектереү алыу мөмкинлеге булманымы?” – тип һорайым. – Бәләкәй ҡыҙым мин бында саҡта тыуҙы. Кисектереү тураһында нисектер уйламаныҡ та, юлламаныҡ та. Егеттәр менән бер ғаилә кеүек тупланғанбыҙ, бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ. Юллаған хәлдә лә, яуҙаштарымды ташлап ҡайта алмаҫ инем, улай дөрөҫ тә булмаҫ ине, – ти “Таймаҫ”. Бындағы шарттар, нимәгә мохтаж булыуҙары менән ҡыҙыҡһынам. ­– Матди тәьминәт насар түгел. Ял эләккәндә йыуынып, өҫ-башыбыҙҙы ҡарарға тырышабыҙ. Республика, район, ауыл халҡы ныҡ ярҙам итә. Уларҙың хәстәрлеген тойоу көс бирә, тимәк, беҙ яңғыҙ түгелбеҙ, тигән ышаныс арта, – тип яуапланы яугир. Гранатометсы булараҡ

МХО яугире Динар – “Таймаҫ”ҡа 29 йәш, ул – гранатометсы. Мәктәпте тамамлағас, Мәләүездәге училищела уҡып, тракторсы-машинист һөнәренә эйә булған, унан инде хәрби хеҙмәткә юлланған. Әрме һынауын Мәскәүҙә һәм Түбәнге Новгородта үтә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Динар – өс бала атаһы. Улына – алты, ҡыҙҙарына дүрт һәм бер йәш. “Күп балалы атай булараҡ, хәрби хеҙмәттән кисектереү алыу мөмкинлеге булманымы?” – тип һорайым. – Бәләкәй ҡыҙым мин бында саҡта тыуҙы. Кисектереү тураһында нисектер уйламаныҡ та, юлламаныҡ та. Егеттәр менән бер ғаилә кеүек тупланғанбыҙ, бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ. Юллаған хәлдә лә, яуҙаштарымды ташлап ҡайта алмаҫ инем, улай дөрөҫ тә булмаҫ ине, – ти “Таймаҫ”. Бындағы шарттар, нимәгә мохтаж булыуҙары менән ҡыҙыҡһынам. ­– Матди тәьминәт насар түгел. Ял эләккәндә йыуынып, өҫ-башыбыҙҙы ҡарарға тырышабыҙ. Республика, район, ауыл халҡы ныҡ ярҙам итә. Уларҙың хәстәрлеген тойоу көс бирә, тимәк, беҙ яңғыҙ түгелбеҙ, тигән ышаныс арта, – тип яуапланы яугир. Гранатометсы булараҡ, уның хәрби бурыстарына дошмандың ауыр техникаһын беҙҙең позицияларға үткәрмәү, уларҙы юҡ итеү инә. Йәш саҡтағы физик әҙерлектең, спорт менән дуҫ булыуҙың бындағы шарттарҙа айырыуса ярҙам итеүен билдәләне Динар. Ғаиләһе, ауылда йәшәгән атаһы менән даими бәйләнештә булырға, улар тыныс булһын өсөн үҙенең хәл-әхүәлен белдереп торорға тырышыуы турыһанда ла әйтте ул. – МХО-ға юлланғанда балалар бәләкәй ине. Хәҙер улым аңлай башланы, шуға күрә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанымда хушлашыу ауырыраҡ. Ул минең ябай ергә юлланмауымды белә, үҙенсә борсола, көтә. Беҙҙе көткән яҡындарыбыҙ хаҡына бөтә егеттәргә лә имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын инде, тип теләйем. Тыуған иле ауыр хәлдә ҡалғанда һәр ваҡыт ир-егеттәр уның һағына баҫҡан. Шуға күрә беҙ бында тиккә түгел, ил ҡуйған бурысты ирҙәр үтәмәһә, кем үтәр? Иң мөһиме – тыуған еребеҙҙә тыныслыҡ булһын, балаларыбыҙ аяҙ күк аҫтында йәшәһен, – тине әңгәмә аҙағында “Таймаҫ”. Авторы - В. УРАЗБАЕВ. Запорожье өлкәһе. Автор фотоһы.