Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөгә яңы партия троллейбустар килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы партия “Горожанин” троллейбустарының асҡыстарын тапшырҙы. Асҡыстар тапшырыу тантанаһында республика етәксеһе водителдәргә уларҙың хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. “ Аңлайым, һеҙҙең эшегеҙ ябайҙан түгел, әммә үтә мөһим. Яңы троллейбустарҙың һеҙҙең өсөн уңайлы һәм пассажирҙар өсөн комфортлы булырына шикләнмәйем. Беҙ белорус хеҙмәттәштәребеҙ менән кооперацияны киңәйтәсәкбеҙ һәм тағы ла яңы троллейбустар аласаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров. Яңы электр транспорты составы Өфөнөң көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрендәге машруттарҙа йөрөйәсәк. Улар – Рәсәй менән Беларусь сәнәғәт кооперацияһы һөҙөмтәһе, Өфө трамвай-троллейбус заводы менән Минск автозаводының беректәге продукцияһы. Баш ҡалабыҙ урамдарында әле улар етштергән 34 троллейбус йөрөй, йыл аҙағына саҡлы тағы ла 10 троллейбус алынасағы күҙаллана. Фото: “Башинформ”.