"Биш мумие таблеткаһына саҡ ҡына һыу тамыҙып, иҙгеләп, бер массаға әйләндерегеҙ. Ошоға бер аш ҡалағы пихта майы, бер-ике аш ҡалаҡ бал һалып, яҡшы итеп болғатығыҙ. Нимәләрҙән килешә? Бил, арҡа, һөйәктәр, быуындар һыҙлағанда һөртөгөҙ. Һөйәктең һынған урындары бөтәшкәндән һуң көс төшөп, шешеп, һыҙлап ыҙалата – шул осраҡтарҙа ла тәҡдим ителә. Нисек һөртөргә? Һыҙлаған урындың тиреһенә массаж яһаған хәрәкәттәр яһап, ипләп кенә ыуып һылағыҙ ҙа йомшаҡ ҡағыҙ йәки таҙа сепрәк ябығыҙ. Төнгөлөккә эшләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки май үҙенсәлекле еҫле. Тик майлаған урынды ҡаплаған сепрәк төшмәҫлек итеп берәй нисек беркетегеҙ. Полиэтилен кеүек нәмә ҡапларға ярамай. Хәҙер мумиеның мазь кеүек ҡуйы варианты ла күпләп һатыла. Уныһын ҡулланырға уйлаһағыҙ, дозаһын үҙегеҙ самалағыҙ. Өләсәй гел генә таблеткалы мумие ҡулланды, шуға күрә рецебын да шулай яҙҙым. Был май арыуыҡҡа етәсәк. Быяла банкаға һалып, ҡараңғыраҡ урында һаҡлағыҙ. Һыҙлаған урындың ауыртыуы баҫылғансы бер нисә көн рәттән һөртөгөҙ". (Гөлнара